МХО биләмәһенә сәфәр барышында яугир яҡташтарыбыҙҙың хәлен белеп, яу тормошон күреп, түкмәй-сәсмәй яҡтыртыу маҡсаты тәү сиратта торһа ла, бер көнөбөҙҙө мотлаҡ Шайморатов “янында” үткәрергә тейешбеҙ, тип юлға сығыр алдынан уҡ һөйләшеп, төплө ҡарарға килгәйнек инде, шуға күрә ошо көндө көтөп алдыҡ. Тыныс йоҡлағыҙ, ил улдары Сәфәребеҙҙең бишенсе көнөндә Луганск ҡалаһы яғына табан юл тоттоҡ. Ҡала күркәм, үҙ тормошо менән йәшәй. Бөтәһе лә ҡәҙимгесә, был тирәлә һуғыш бара кеүек тойғо бөтөнләй юҡ. Урам тулы кеше, юл тулы машина. Тик барыбер тормоштарындамы, ҡала биналарының йөҙөндәме, кешеләрҙең һиҫкәнеп, иғтибар биреп ҡарауҙарындамы бер төрлө “һоро” төҫ сағыла, нисектер сағыулыҡ, тантана юҡ. Луганск Халыҡ Республикаһы Журналистар ойошмаһы менән беҙҙең Башҡортостан Журналистар союзы үҙ-ара киләсәктә ныҡлы хеҙмәттәшлек итергә тип килешеү төҙөнө. Уларҙың союзы рәйесе Леонард Свидовсков әйтеүенсә, нацистар ҙа, “ждун”дар ҙа төрлө ялған мәғлүмәттәр ташлап, халыҡты үҙ яғына ауҙарырға тырышһа ла, урындағы бөтә мәғлүмәт саралары – ҡағыҙ һәм интернет баҫмалар ҙа, ТВ, радио – барыһы ла ең һыҙғанып эшләй. Хатта иң ҡурҡыныс мәлдәрҙә лә, үҙҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, “подполье”ла эшләү рәүешендә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткерә алған. Ә хәҙер барыһы ла көйлө. Бөгөн Рәсәй киңлектәрендә лә тейешле рәүештә ЛХР тормошо, көнкүреше, тарихы сағылыш табырға тейеш. Шуға күрә килешеү төҙөлдө лә. Әйткәндәй, Советтар Союзы заманында иң бейек телевышка Ворошиловградта (хәҙерге Луганск) булған. Был турала бер оло ҡаҙаныш итеп һөйләнеләр. Беҙҙең Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, берҙәм булғанда ғына яу ҡырында ла, мәғлүмәт яланында ла еңеүгә өлгәшеп була, тип белдерҙе. Ҡайтыр юлда Красный Лучҡа ун саҡрымдай етмәҫ борон беҙҙе оҙатып йөрөүсе, ЛХР-ҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең махсус вәкиле ярҙамсыһы Илдар Ғиззәтуллин уңға алып инеп китте. Күп тә бармай юл ситендә урынлашҡан һәйкәл янында туҡталабыҙ. – Башҡортостандан килгән һәр кем бында туҡталып китә, – тине Илдар. Туҡтарлыҡ та шул. Туҡтау ғына түгел, тын ҡалып баш эйергә кәрәк бында. Был мемориаль таш яңыраҡ ҡуйылған. Урын иҫтәлекле: беҙҙең кавалерия дивизияһының 11 яугире һәләк булған. 1943 йылдың мартында эргәләге Ивановка тигән ҡасабала йәшәгән бер ҡатын беҙҙең һалдаттарҙың кәүҙәләрен хөрмәтләп ер ҡуйынына һалған. Туң ерҙе илай-илай аҡтарған, ҡаҙған ҡатынды күҙ алдыма килтерәм дә эс-бауырым өҙөлә. Һуғыш ҡатын-ҡыҙ эше түгел, тиһәләр ҙә... Урындағы халыҡ бер ҡасан да ил батырҙарын онотмаған. Элегерәк бында ябай ғына иҫтәлекле таш булған. Һалдаттар рухына доға уҡырға ниәтләп, Ҡөрьәндән бер нисә сүрә уҡыйым. Тыныс йоҡлағыҙ, ил улдары, һеҙ беҙҙең хәтерҙә. Мин көткән тантана бына ҡайҙа! Петровское ҡалаһы тынып ҡалған. Йәйге эҫелә урамдар буш, кешеләр юҡ тиерлек. Балалар майҙансығында бер нисә бала күҙгә ташланды, уны уҙа биргәс, бөтөнләй әкиәт донъяһы асылды. Мин көткән сағыулыҡ, мин көткән тантана хасил булды алда. Һоро тормошҡа бер йәм, сағыу утрау ине был бина. Эйе, генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп бар ҡалаға йәм генә түгел, йән һәм байрам төҫө биреп ултыра. Заманса бина шундай сағыу ҙа, беҙҙәге иң алдынғы мәктәптәр рәтендәге уҡыу йорто ише мөһабәт тә. Петровское ҡаласығына Башҡортостандан вәкилдәр килеүен хәбәр иткәс тә, мәктәп директорының уҡыу һәм тәрбиә буйынса урынбаҫары Наталья Викторовна Баскакова килеп етте (директор Гөлназ Камил ҡыҙы Серова ялда, ситтә, тинеләр), йылмайып беҙҙең менән күреште, танышты. Улар бар республика халҡына, етәкселеккә ҙур рәхмәтле, шуға был тарафҡа юлы төшкән һәр кемде ихлас ҡабул итә. Петровское бик ҙур ҡала түгел, дөрөҫөрәге – ауылдыр, бөгөн унда 8 меңгә яҡын кеше йәшәй. Элек был һан 10 меңгә еткән. “Халыҡ яңынан ҡайтамы?” – тип һорағас, яңы танышыбыҙ: “Бер сама тыныслыҡ урынлашҡас, ҡайта башлағайнылар ҙа, эш булмағас... Рәсәй паспорты алғас, Мәскәү яғын ҡарай башланылар”, – тип яуапланы. Әлеге мәктәп 1935 йылда асылған. 1943 йылдың февралендә немец фашистары ҡаланы баҫып ала, шунда мәктәп баҫҡысына ятып фотоға ла төшәләр. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының атлылары уларҙы ҡыҫырыҡлап сығарғанда, немецтар мәктәп бинаһының бер өлөшөн шартлатып ҡаса. Тарих ҡабатланмай тормай, күрәһең... Эйе, олатайҙарыбыҙ ҡаланы, мәктәпте фашистарҙан аралаһа, 80 йылдан һуң уларҙың ейәндәре мәктәпкә яңы һулыш бирә, аяҡҡа баҫтыра. Үткән йыл май айында был мәктәптән бары фасад һәм түбә генә ҡалған була. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса, капиталь төҙөкләндереү, дөрөҫөрәге, тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу, йәғни мәктәпкә яңы ғүмер биреү рекордлы ваҡытта – 35 көн (!) эсендә башҡарыла. Ике айҙа республиканан төҙөлөш материалдары менән 27 колонна гуманитар йөк ебәрелә. Беҙҙең менән осрашҡанда ул көндәрҙе хәтерләп, әлеге көндә ЛХР-ҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең махсус вәкиле, бик тә абруйлы һәм үҙ эшенә яуаплы ҡараған ир-азаматтарыбыҙҙың береһе Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисов былай тип һөйләне: – Ысынлап та, бик ҡыҫҡа ғына осорҙа мәктәпте күтәрергә тура килде. Бында республика Башлығы ҡушыуы буйынса бар эштәрҙе ойоштороусы, яйға һалыусы итеп тәғәйенләнгән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов бик талапсан булды, үҙе лә йүгерҙе, йыбанманы, йоҡламаны ла тигәндәй... Төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтаманы, 650 төҙөүсе көндө төнгә ялғап эшләне. Ә инде ваҡытҡа һыймаған мәлдәрҙә эшселәр һаны мең ярымға етә ине. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөрләп-шаулап торҙо мәктәп тирәһе. Эш ҡатмарлы булһа ла, еңел барҙы. Ваҡытында өлгөрҙөк. Уңыштың сәбәбе ябай: һәр етәксе, һәр төҙөүсе, Петровское ҡалаһының һәр кешеһе бында кирбес менән бергә күңеленең бер өлөшөн, ҡул йылыһы менән йөрәгенең ҡайнар һулышын да ҡушып һалды. Мейес башында еләк бешмәй, салҡан ятып шалҡан үҫмәй тигәндәй, хәҙер шундай заман, үҙең тырышмаһаң, ойоштормаһаң, алдыңа икмәк үҙе килмәй, ундай затлы биналар ҙа ҡалҡмай. Был эштәр оло сауап менән бергә, республикабыҙ өсөн оло дан да. Мәктәптәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙан тыш, юлдар һалыу, йорттар төҙөү мәшәҡәттәре, табиптар төркөмө эше – былар барыһы ла ауыр хәлдә ҡалған илдәштәребеҙгә беҙҙең эскерһеҙ ярҙамыбыҙ. Луганск яҡтарында Башҡортостанды һәр осраған әҙәм тигәндәй белә һәм рәхмәтле. Ҡояшлы кешеләр йәшәй унда, тиҙәр. Мәктәп алдында ҙур фонтан да бар. Ул тиҫтә йылдар эшләмәгән, иллене үткән өлкәндәр мүк, үлән баҫып бөткән фонтан алдырында ҡасан да булһа һыу аҡҡанын иҫләмәй ҙә. Бөгөн ул тирә-яҡҡа йәм биреп, һауа сафландырып һыу һирпә. Мәктәп бүлмәләрендә яңы мебель, интерактив таҡталар, заманса компьютерҙар урын алған. Бер яҡта – ҙур спорт залы, икенсе яҡта – иркен ашхана... Мәктәпкә килеп ингәс тә генерал Шайморатовтың бюсы һәм уның тормошо, яу юлы хаҡында тулы мәғлүмәтле ҙур стендтар ҡаршы ала. Һәр мөйөштә, һәр кабинетта, һәр ҡаттың стенаһында Башҡортостан, уның шәхестәре тураһында белешмә йә картина ҡуйылған. Шайморатов исемендәге ике кадет класы ойошторолған. 800 урынлыҡ был уҡыу йортонда бөгөн 400-гә яҡын бала белем ала. Директор урынбаҫары Наталья Викторовнаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ: – Башҡортостан менән дуҫ булыуыбыҙға бик бәхетлебеҙ. Мәктәп – бер мөғжизә. Өлкәндәр юҡҡа ғына, үтә лә күркәм мәктәп, хатта үҙебеҙҙең парта артына ултырып уҡығыбыҙ килеп китте, тимәйҙер. Башҡортостанда балалар ҙа, беҙ, уҡытыусылар ҙа, бер нисә тапҡыр булдыҡ. Һоҡланғыс ерҙә йәшәйһегеҙ. Кешеләрегеҙ һәйбәт, беҙҙе яраталар. Балалар Өфөлә саҡта социаль селтәрҙәге биттәренә фотоларын ҡуйып бер булды. Улар үҙҙәрен бик бәхетле тойҙо. Радий Фәрит улы – бик хәстәрлекле, һүҙендә тора белгән етәксе. Ҡышын осрашҡанда, беҙҙең балалар һеҙҙә уҡырға теләй, тип белдерҙек. Килһендәр, көтәбеҙ, тине ул. Уҡыу йылы тамамланып килә, онотманылармы, иҫләйҙәрме икән, тип уйлайбыҙ. Бер заман Башҡортостандан, исемлек ебәрегеҙ, кем, ҡайҙа уҡырға инергә теләй, тип мөрәжәғәт иткәстәр, ҡыуаныстан илап ебәрҙек. Быйыл 25 бала мәктәпте тамамланы, уларҙың етеһе Өфөгә барырға уйлай. Беҙ был ҙур Ер шарында ҡояшлы Башҡортостан, Рәсәйҙең йылыһын тойоп йәшәйбеҙ! Үткән йыл мәктәпте асыу тантанаһында “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков булған. Был ваҡиға хаҡында яҙып та сыҡҡан. Ҡуҙғалыр алдынан шул көндө иҫләп: – Урындағы халыҡ өсөн иҫ киткес иҫтәлекле көн булды. Барыһы ла ҡәнәғәт, бөтәһе лә бәхетле ине. Шуныһы хәтерҙә: үткән йәй бында әлһерәткес эҫе булған, ә инде байрам алдынан һәм 1 сентябрҙә еңелсә йылы ғына ямғыр яуып үтте. “Был бик изге хәбәр, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ”, – тип ауыл халҡы изгегә юраны, – тине ул. Һәм шулай булһын да, шөкөр, мәктәп гөрләп эшләй, кинәнес менән белем үрҙәренә ынтыла. Күпме һалдат, күпме яҙмыш... Петровское уртаһында туғандар ҡәберлегенә киләбеҙ. Тынлыҡ, ҡоштар һайрай. Ә күк йөҙө иҫ киткес зәңгәр, шағир әйтмешләй, ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек тә... тик һағыш, тиҫтә йылдар изге хәтер булып килгән юҡһыныу, һалдаттар рухы ерҙә баҫып, тын ҡалырға мәжбүр итә. Улар ана күктә, изге йәндәр булып, һаман да беҙҙе ҡурсып оса кеүек. Мемориалды Мәңгелек хәтерҙе, Мәңгелек һалдат данын кәүҙәләндергән ике һәйкәл биҙәй. Бик күп исемдәр яҙылған таҡтаташтар теҙелеп китә. Мосолман фамилиялары ла бихисап, тимәк, беҙҙең яҡташтар ҙа бар. Урталағы оло таҡтаташтағы ҡалҡанға гвардия генерал-майорҙары Степан Дудко, Миңлеғәле Шайморатов, гвардия полковниктары Александр Карпушенко, Иван Сабуров, Андрей Сарбай, Василий Горбатенконың исемдәре уйып яҙылған. Күпме һалдат, күпме яҙмыш... Һандарҙан ғына баш әйләнерлек. Был ҡәберлектә 775 яугир мәңгелек урынын тапҡан, уларҙың 487-һенең генә исеме билдәле. Һуғыштың ҡәһәрлеген, күңелдең бейеклеген ошо мемориал уртаһына баҫып, зәңгәр күккә ҡулыңды һуҙып баҡһаң... аңлайһың: икмәк кенә үҫер ҡара ерҙе туғандар ҡәберлеге итеп, йыртҡысҡа йә ҡырағай бер затҡа әйләнмәҫ өсөн зәңгәр күк, осор өсөн йыһан, рухи бөйөклөк кәрәк әҙәмгә! Бында ла Ҡөрьәндән “Фатиха”, “Аятел Көрси”, “Ихлас” сүрәләрен уҡыйым. “Ил өсөн шәһит киткән уландарыбыҙҙың ҡәберҙәрен иман нуры менән нурландырып, донъяла бәндәселек менән ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү ҡылып, ҡылған изгелектәрен арттыр, урындарын йәннәттә ҡыл, Раббым. Ил-көндәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, йәндәребеҙгә – тыныслыҡ, күңелдәребеҙгә сабырлыҡ бир, Хоҙайым...” Ҡаланы үтеп, саңлы юлға сығабыҙ. Ташландыҡ ҡына ауылды үтеп, үлән баҫа биргән машина юлынан уйһыулыҡтар буйлап барып, бәләкәй түбәгә күтәрелдек. Юлдан ситкә тайпылмайбыҙ. Мина-фәлән булыуы ихтимал. Килеп еттек. Тирә-йүн офоҡтан-офоҡҡаса бәләкәй генә ҡалҡыулыҡтары, уйһыулыҡтары менән устағы кеүек күренеп ята. Ошо урында беҙҙең генералыбыҙ – Шайморатовыбыҙ һәләк булған... “Салауат вариҫтары сигенә белмәй!” – тип оран һала Шайморатов, яугирҙәрен атакаға күтәргәндә. Башҡорт атлылары айырым бер саялыҡ менән һуғыша, тап шуның өсөн фашистар уларҙы күрә алмай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Шайморатов дивизияһы Дондан Эльбағаса 4000 километр юл үтә. Һуғыштағы ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 15 тапҡыр Юғары Баш командующий бойороҡтарында телгә алына. Дивизияның 3860 яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Был тиклем геройҙы Ҡыҙыл Армияның башҡа бер берләшмәһе лә бирмәй. Тарихта беҙҙең кавалерия дивизияһы хаҡында һәр саҡ телгә алалар, ә уйлаһаң, заманында Сталин бойороғо менән үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡ, чечен, ингуш, ҡалмыҡ дивизиялары ла йыйнала бит, тик улар һуғышҡа әҙерлекһеҙ булыу сәбәпле, яуға инеп өлгөрмәй ҡырыла тора. Һуғыш аҙағына бары беҙҙең милли атлы дивизия ғына тороп ҡала. Был факт та Миңлеғәле Минһажетдин улының бөйөк хәрби булыуын иҫбатлай. Һуғыштан һуң ил етәкселеге милли кавалерия дивизиялары хаҡында яҙыуҙы тыя, сөнки матбуғатта яҙған осраҡта, советтар тарихында иң башлап дәүләтселек талап итеп автономия алған башҡорттоң һаман да берләшергә һәләтле, көслө булыу факты ҡалҡып сығыр ине. “Беҙҙе генерал үҙе һаҡлай” 1943 йылдың 23 февралендә генерал Борисов етәкләгән 7-се кавалерия корпусы ҡаты ҡамау ҡулсаһында ҡала. Генерал 112-се кавалерия дивизияһы командиры Шайморатовты саҡыртып ала ла: – Нишләп беҙ һаман ҡамауҙы өҙөп, үҙебеҙҙекеләр менән тоташа алмайбыҙ, һөжүмгә! – тип екеренә. – Әгәр ҙә беҙ “в лоб” барһаҡ, иҫән ҡалған һалдаттарыбыҙҙы ла юғалтасаҡбыҙ. Миңә бер төн, бер тәүлек ваҡыт бирегеҙ, разведка яһап, беҙҙең дивизияны ғына түгел, бар корпус частарын да был ҡулсанан әҙ юғалтыу менән алып сығырмын, – тип яуаплай башҡорт командиры. – Һеҙ ни эшләп минең бойороҡҡа ҡаршы киләһегеҙ, кем бында корпус командиры! – Һуңынан Борисов үҙе әсирлеккә эләгә һәм үҙен аҡлар өсөн Шайморатов хаҡында дөрөҫ булмаған бысраҡ күрһәтмәләр бирә. Шулай итеп, Дебальцево операцияһын уңышлы үткәреп, уратыуҙа ҡалғас, корпус командиры генерал Борисовтың иҫерек баштан пистолет болғап биргән бойороғона ярашлы, ҡамауҙы йырырға ынтылғанда, һалдаттарын пушка ите итмәҫ өсөн, алдан һыбай сабып, пулялар ямғырынан һәләк була беҙҙең Шайморатовыбыҙ. Әле беҙ баҫып торған ошо яланда һуңғы һулышын ала батырыбыҙ. Ул ҡаты яраланып, башҡаларға дошман пулеметсыларының ҡайҙа йәшеренгәнен күрһәтеп өлгөрә. Бүтән бер командир булһа, фарман биреп кенә ышыҡ окопта ултырыр ине, ә ул ҡурҡыныс һыҙыҡҡа үҙе сыға. Саф күңелле генералдың яҡын хәрбиҙәштәренең хыянаты арҡаһында һәләк булыуы аяныс. Әгәр Шайморатов дивизия байрағын ҡотҡарыу өсөн артҡа сигенгән төркөм менән китһә, иҫән дә ҡалыр ине. Әммә ул үҙенең төп көстәре менән бергә ҡалыуҙы, һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һайлай. Майор Ҡадиров уның үлемен былай тип тасуирлай: “Ул яҡынса утыҙ дошман һалдаты һәм офицеры ҡамауында ҡалды. Ҡулына ҡылысын алып фашистар менән алышыусы генерал атынан ҡоланы. Уның аты беҙҙең яндан сабып үтеп китте...” Икенсе фараз буйынса, Шайморатовтың ҡулы яралана. Санитар яраһын бәйләгән саҡта, генералдың башына дошман пуляһы тейә. Өсөнсөләр һөйләүенсә, уны әсирлеккә алып, шул яланда язалайҙар. Уның Ватанды һаҡлаусылар көнөндә – 23 февралдә һәләк булыуы ла оло мәғәнәгә эйә бит, уйлаһаң. Ысын яугир, ысын командирҙың үлемһеҙ үлеме. Ул үҙ ғүмере менән – яратҡан илен, үҙ күкрәге менән ябай һалдатын ҡаплап һәләк була... Генерал һәләк булған урында атаҡлы скульптор Салауат Щербаков ижад иткән Шайморатовтың бюсы тора. Уға күҙ һалған һайын, генералдың ҡарашы хас тере кешенеке кеүек берсә сая, берсә моңһоу булып китә кеүек. “Их сәскә алып килеп булманы”, – тип Вәдүт яланға инеп китте. “Ситкә китмә”, – тип иҫкәртеп тә өлгөрмәнек, ул ялан сәскәләрен өҙә-өҙә: “Шартламам, беҙҙе генерал үҙе һаҡлай”, – тип йылмая һәм сәскә бәйләмен бюст алдына һала. Барыбыҙ ҙа тын ҡалып торабыҙ. Мәрмәр таштан һалынған юлдан уйһыулыҡҡа төшөп, “Бында генерал Шайморатов менән генерал Дудко һәләк булған” тигән буяу менән арҡыс-торҡос яҙыулы ҡая ташты устарыбыҙ менән һыйпап, маңлайҙы терәп, тән, күңел йылыбыҙҙы биргебеҙ килә. Әйтерһең, унан генералдарға йән инеп китәсәк... Бында ла баш эйеп тын ғына торабыҙ. ...Ат уйнатып алдан бара Ауыр уйҙар менән яңынан бюст янына килгәс, “генерал” Рөстәм Камалетдиновтың күңеленә бер аҙ моңһоу булып киттеме: – Бармы берәйегеҙҙә “ҡайнар һыу”? Тәүҙә ҡапыл аңламаныҡ. Шулай ҙа төшөндөк. Оҙон юлда, яу ҡырында унһыҙ булмай, биштәр төбөндә булһа ла ятырға тейеш – Бар, әлбиттә, – тине кемдер. – Барыһына ла – 100 грамм, тик водителдәргә ярамай, – тине Рөстәм генералдарса бойороп. Шуныһы ҡыҙыҡ, береһе лә ҡаршы килмәне. Ни тиһәң дә, был йәһәттән дә тәртип ҡаты ҡуйылды беҙгә, ниндәй генә ауыр кисерештәр менән йөрөһәк тә, “утлы һыу”ға тотонорға ярамай. Ә әле нисектер... – Тыуған илебеҙҙең именлеге, яҡты киләсәге өсөн яу яланында, ошо урында ятып ҡалған генералдың, шайморатовсыларҙың һәм һәләк булған бөгөнгө яугирҙәрҙең яҡты рухын яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ, егеттәр! – һүҙҙе Вәдүт Ғәйфулла улы алды. Сәкәштермәй генә тоттоҡ. Әсе һыу менән бергә тамаҡ төбөндә торған төйөр, үҙәктәрҙе яндырып, йөрәк-бауырҙы һыҙлатып төшөп китте. Башҡаса көрөшкәләргә үрелмәнек, йыйып ҡуйҙыҡ. Бюст эргәһендә теҙелеп баҫып, фотоға төшөргә йыйындыҡ та, ҡапыл, Венер буғай, әйҙәгеҙ “Шайморатов”ты йырлайбыҙ, тип һалды. Венер, мин, Вәдүт, Илдар, Рөстәм ҡосаҡлашып ялан яңғыратып йырлап ебәрҙек. Эдуард был тарихи мәлде фотоға төшөрөргә ашыҡты. – ... Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал. Күңелдә аңлата алмаҫлыҡ тойғо: сикһеҙ ғорурлыҡ менән бергә, фанилыҡ менән мәңгелек сигенән үтеп киткән бер нур тыуҙырған, был йәшәүең юҡҡа түгел, юҡҡа түгел тигән ләззәтле һәм ҡабатланмаҫ, илатҡыс һәм һиҫкәндергес хис тантана итә ине. Машиналағы көй сығанағынан ҡурай моңо ебәрҙек. Әйҙә бар яланда ҡурай моңо ағылһын әле. Яугирҙәребеҙҙең рухы һөйөнһөн, моңға күмелеп, тарихтарҙы байҡаһын, ата-баба рухын тойһон. Киң далаға ҡарап ҡатҡанмын. Ҡурай моңо, янымда Шайморатов. Башыма төрлө уйҙар килә. Ярмалы ҡарҙан һалдаттарға ғына түгел, аттарға ла сабыуы еңел түгел. Ә уларға ҡаршы танктар килә. Йәйрәп ятҡан дала, бар донъя ус эсендәге кеүек күренә. Тимер ҡоршаулы танк эсендә ултырған дошман рәхәтләнеп төбәп йән-фарман сабып килгән башҡорт атлыларына утлы тубын атып ебәргәндер. Ә беҙҙең аттар туҡтамай, уттан өркмәй, саба ла саба, саба ла саба... Был урында тәү булғанда Радий Фәрит улы, бюст ҡуйыласаҡ һәм генералдың һәләк булған урыны ҡараласаҡ, тип ике йыл элек белдергәйне. Шул саҡ унан: “Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлау ни тиклем мөһим?” – тип һоранылар. “Беҙ мотлаҡ рәүештә кешеләргә, тәү сиратта балаларыбыҙға, ата-бабалар ҡаһарманлығы, ысын батырлыҡтар тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Аңыбыҙҙа һәм йөрәктәрҙә бушлыҡ булмаһын өсөн кәрәк был. Һәр һәләк булған яугирҙең яҙмышы артында тулы бер донъя, тулы тарих ята. Беҙ балаларҙың күңелдәре, илебеҙҙең киләсәге өсөн көрәш алып барабыҙ”, – тип яуап биргәйне Башлыҡ. Бушлыҡ һәм Тулы донъя, Тулы тарих. Күңелдәр өсөн көрәш һәм Ҡаһарманлыҡ. Яу ҡырында булып, һалдаттар менән аралашып, дошман нөктәләренә күҙ ташлап, улар ҡылған вәхшилектәрҙе күреп, мин дә шундай һығымтаға киләм: буш күңелдәр сүп-сар менән тулмаһын өсөн, данлы тарихты, ҡаһарман шәхестәрҙе күрһәтергә, һаҡларға, яҡларға кәрәк шул. Шуға күрә Шайморатов беҙҙең өсөн бөгөн атаҡлы генерал, ҡурҡыу белмәҫ командир, Тыуған иле өсөн йәнен фиҙа ҡылыр аҫыл яугир генә түгел, ә беҙҙең барыбыҙҙы ла Еңеүгә алып барасаҡ Ҡаһарманлыҡ символы, Фиҙакәрлек билдәһе! Шайморатовтың мотлаҡ ошо осорҙа рәсми рәүештә Герой булып, майҙаныбыҙға һәйкәл булып ҡайтыуы икеләтә, унлата, йөҙләтә кәрәк тә! Ҡынынан ҡылысын алып, юҡҡа ғына яңынан атына атланманы Генерал. Туҡтатмағыҙ! Ул һаман ғорур һәм батыр. Ышанабыҙ: Еңеү байрағын болғап-болғап, бөгөн яу яланында ҡурҡыу белмәй һуғышҡан аҫыл егеттәребеҙ, Салауат вариҫтары, Шайморатов тоҡомдары менән бергә Ул да дан булып тағы, тағы ҡайтыр! Байрам ҡайтыр ҡала-ауылға. Йөрәктәрҙән сығыр изге өн: “Йәшәүем дә һәм үлемем дә, Тыуған илем, тик һинең өсөн!” - Мөнир ҠУНАФИН Луганск Халыҡ Республикаһы, Петровское ҡалаһы.