Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәп уҡыусыларын файҙалы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Ябай ғына әйткәндә, хәҙер балаларҙы уҡыу барышында төрлө эшкә йәлеп итәсәктәр һәм бының өсөн ата-әсәнең рөхсәте кәрәкмәй. Яңы закон нисегерәк ғәмәлгә ашырылыр? Уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм, әлбиттә, балалар уға ниндәй ҡарашта? Хеҙмәттә сынығып үҫтек Совет осоронда мәктәп уҡыусыларын ниндәйҙер эшкә йәлеп итеү өсөн бер кем дә ата-әсәнең – рөхсәтен, балаларҙың теләге бармы-юҡмы икәнен һорап торманы. Йәй буйы алмашлап мәктәп яны биләмәһендә тир түгәһең, хеҙмәт лагерына барһаң, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа сөгөлдөр, һуған утайһың, уҡыу башланыу менән картуф, баяғы йәй утаған сөгөлдөрҙө алыуға юлланаһың. Уның араһында ҙурыраҡтар бесән, мал аҙығы әҙерләшеүҙә ярҙам итә, көндәр яуынлап китһә, комбайндар сабып һалған игенде әйләндерергә сыға, ырҙын табағында ла эш етерлек. Өлкән кластарҙа машина менән һауыу операторы, тракторсы курстары инде, ҡала мәктәптәре уҡыусылары, уҡыу комбинаттарына йөрөп, төҙөүсе, штукатур кеүек һөнәр нескәлектәренә төшөндө. Мәктәп тамамлағанда ошо һөнәрҙәр буйынса танытма ла бирелде. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар уҡып та, хеҙмәткә өйрәнеп тә өлгөрҙө, күптәргә әлеге һөнәрҙәр тормошта ла кәрәкте. Әммә заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, һуңғы бер нисә тиҫтә йылда мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе әкренләп юҡҡа сыҡты, балаларҙы класта дежур булараҡ тәғәйенләп, таҡта һөртөү өсөн дә ата-әсәнән яҙма рөхсәт талап ителде. Әле килеп, ил етәкселеге ошо хәлде төҙәтеү, йәш быуынды эшкә өйрәтеп үҫтереү зарурлығын күтәрҙе. Закон нимәләрҙе күҙ уңында тота? Бында һүҙ картуф, сөгөлдөр баҫыуында тир түгеү тураһында түгел, ә иң ябай эштәр – уҡыу бүлмәһендә таҙалыҡты һаҡлау, байрамдарға белем усағын биҙәү, мәктәп биләмәһенә ағастар, сәскәләр ултыртыу һәм башҡа саралар тураһында бара. Законға ярашлы, бынан һуң “тәрбиә” төшөнсәһе уҡыусыларҙа эшһөйәрлек, хеҙмәткә яуаплы ҡараш булдырыу кеүек ғәмәлдәрҙе һәм бурыстарҙы ла үҙ эсенә ала. Эш төрҙәре балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡушыласаҡ. Әлбиттә, яңы башланғысты ғәмәлгә индерер алдынан ул бар яҡлап тикшерелде, киң йәмәғәтселек, ата-әсәләр иғтибарына фекер алышыуға сығарылды. Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин хеҙмәт тәрбиәһен яңынан мәктәп программаһына ҡайтарыуҙы депутаттарҙан уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә һораған. Июнь башында Вячеслав Викторович үҙенең Телеграм-каналында “Мәктәптә балаларҙың ижтимағи-файҙалы хеҙмәттә ҡатнашыуы тураһында закон ҡабул итеүгә ҡарашығыҙ нисек?” тигән һорау алыу ҙа үткәрҙе. Ҡатнашыусыларҙың 88 проценты яңылыҡты хуплауын белдергән, 10 проценты “Юҡ” тип яуап биргән, тағы ике процент халыҡ был мәсьәләгә битарафлыҡ күрһәткән. Йәмғиәт өсөн файҙалы хеҙмәттең нимәне күҙ уңында тотоуы хаҡында Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты етәксеһе Ольга Казакова “Российская газета”ға биргән интервьюһында, балалар техник хеҙмәткәрҙәрҙе – йыйыштырыусы йәки баҡсасыны алмаштырмаясаҡ, тип белдерҙе. – Беҙ тәү сиратта класта, ашханала йәки кейенеү бүлмәһендә ғәҙәти дежур итеү, өмәләрҙә ҡатнашыу тураһында һүҙ алып барабыҙ. Ашағас, үҙеңдән һуң һауыт-һабаны йыйыштырыу, сүп-сарҙы йәшниккә ташларға өйрәтеү... Былар – ғәҙәти әйберҙәр, – тип билдәләне ул. Шулай уҡ балаларҙың файҙалы ғәҙәттәргә өйрәнеүҙән тыш, хеҙмәт кешеһенә хөрмәткә өйрәнеүенә баҫым яһаны. – Бөгөн мәктәптәге хеҙмәт тәрбиәһе технология дәрестәре менән сикләнә. Ул – элекке хеҙмәт дәресе, әммә инновация робот техникаһы, моделләү һәм башҡалар менән тулыландырылған. Әлбиттә, ундай белем дә кәрәк, әммә балалар көнкүрештәге ябай эштәрҙе лә белеп үҫергә тейеш. Беҙҙең закон ошо турала, – тине Ольга Казакова. Был хаҡта күптән түгел Өфөлә үткән мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә лә етди һүҙ алып барылды. Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хеҙмәт тәрбиәһенә ҡағылышлы законға ентекле аңлатма бирҙе. “Был бик ваҡытлы ҡарар. Беҙ хатта бер аҙ һуңланыҡ та тип уйлайым”, – тине ул. Был мәсьәләгә туҡталып, Радий Хәбиров та үҙ фекерен белдерҙе һәм законды үтәүгә етди уйлап тотонорға, ата-әсәләргә, балаларға дөрөҫ аңлатыу эштәре алып барырға саҡырҙы. Эйе, яңы законды тормошҡа ашырыуға ныҡлы уйлап, эҙмә-эҙлекле аңлатыу алымы менән тотоноу зарурлығы аңлашыла, сөнки бөгөн балаларын уҡырға алып барған ата-әсәләрҙең күбеһе – мәктәп хеҙмәте тыйылған осорҙа үҫкән быуын вәкилдәре. Әлбиттә, араларында “Минең балам – бушлай хеҙмәт көсө түгел” тигән ҡараштағылар ҙа бар. Эш бәхетенән яҙҙырмаһын Кешене кеше иткән төп төшөнсәләрҙең береһе – хеҙмәт. Ул беҙгә финанс йәһәтенән тотороҡлолоҡ бирә, үҙаллылыҡҡа, төрлө ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә, яуаплылыҡ, даимилыҡ, эшһөйәрлек кеүек сифаттар тәрбиәләй. Һәр эш ниндәй ҙә булһа тормош тәжрибәһенә эйә булыуға булышлыҡ итә. Тап хеҙмәт тормошта үҙ урыныңды табып, мөмкинлектәреңде, һәләттәреңде үҫтереүгә, лайыҡлы йәшәүгә юлдар аса. Үҙең башҡарған эштең емештәре лә татлыраҡ һәм ҡәҙерлерәк. Бынан бик күп йылдар элек Сибай ҡалаһында йәшәгән инвалид егет тураһында яҙырға тура килгәйне. Тыумыштан зәғиф булып, аяҡтары йөрөмәй, ҡул бармаҡтары ла насар эшләй. Шул егет тырышып-тырмашып электр ҡорамалдары ремонтлау менән шөғөлләнә ине. Бик башлы, техниканы һәйбәт белә. Бармаҡтарының көсө етмәһә, теше менән ҡыҫып тотоп булһа ла, заказды башҡарып ҡуя. “Хеҙмәт итеү, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – ҙур бәхет бит ул. Кешеләрҙең шуны аңламауына, һау-сәләмәт килеш өйҙә ятыуына, тормошҡа зарланыуына ғәжәпләнәм. Ошолайтып булһа ла файҙа килтерә алыуыма, үҙ көнөмдө үҙем күреүемә ҡыуанам, эш бәхетенән яҙҙырмаһын, тип теләйем”, – тигәйне ул. Йәш быуын хеҙмәт һөйөп, эш ҡәҙерен белеп, илебеҙҙең лайыҡлы киләсәге булып үҫһен. Яңы закон да тап ошо изге маҡсатты күҙ уңында тота. Шәмсулла ХӘБИБРАХМАНОВ, Өфө ҡалаһындағы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры: – Беҙҙең лицейҙа хеҙмәт тәрбиәһе бер ваҡытта ла юҡҡа сығарылманы: хеҙмәт дәрестәренең һанын да ҡыҫҡартманыҡ, мәктәптә, ашханала, класта дежур итеү традицияһы ла һаҡланып ҡалды. Сират буйынса ул йылына бер-ике тапҡыр эләгә, уның ҡарауы, дежур итеү барышында улар ашнаҡсыларҙың йәки мәктәптә таҙалыҡ булдырған техник хеҙмәткәрҙәрҙең эшен аңларға, хөрмәт итергә өйрәнә. Әлбиттә, былар барыһы ла балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ризалығы менән башҡарылып килде. Шулай уҡ һәр класс мәктәп яны биләмәһендә лә эшләй. Был – хеҙмәткә өйрәтеүҙең бик яҡшы алымы, сөнки ҡайһы бер ҡала балалары башта көрәк тә тота белмәй, әммә әкренләп, тиҫтерҙәренә ҡарап, таһылланып китә. Дөйөм лицей өмәләрендә уҡыусылар менән бергә ата-әсәләр ҙә ҡатнаша. Гөлфиә ҒАЙСИНА, ике бала әсәһе: – Яңы законға ыңғай ҡараштамын, баланың мәктәптә хәленән килгән эштәрҙе башҡарыуында – парта, тәҙрә төптәрен һөртөп, гөлдәргә һыу һибеүендә, баҡсалағы эштәрҙә ярҙам итеүендә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем. Заман үҙгәрә, тормош алға бара, кисә ҡул менән башҡарылған күп эш автоматлаштырыла, шуға күрә бөгөн балаларға, айырыуса ҡаланыҡыларға, физик эш, хәрәкәт, үҙ ҡулың менән нимәлер булдырыу етмәй. Әммә иң ҙур теләк: эштәр баланың йәш үҙенсәлеген, һаулыҡ мөмкинлеген иҫәпкә алып ҡушылырға тейеш. - Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА