Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ике ҡатын-ҡыҙ район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Уларҙың береһе – Иглин районы етәксеһе Гүзәл Насирова 2021 йылдан алып эшләй. Өфөгә иң яҡын урынлашҡан райондың үҫеш үҙенсәлектәре башҡа муниципалитеттарҙан айырыла. Улар тураһында Гүзәл Рәйес ҡыҙы менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙоҡ һәм уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итмәксебеҙ. – Иглин районы бөгөн ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? – Районыбыҙ бар республикаға хас мәшәҡәттәр менән йәшәй. Уңыш йыябыҙ, яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләйбеҙ, гуманитар йөктәр әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ ҡышҡа әҙерлек эштәре әүҙем бара, электр, һыу менән тәьмин итеү, баш ҡала, ауылдар араһында яңы автобус маршруттары булдырыу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Был бер ҡасан да туҡтамаған көндәлек эш. Яңы уҡыу йылына мәктәп, балалар баҡсаларын ҡабул итеп бөттөк, улар барыһы ла әҙер. – Хакимиәт башлығына бирелә торған традицион һорау: Иглин районының социаль-иҡтисади хәле нисек? – Тәү сиратта – иҡтисад. Һәйбәт шарттар булдырыу, социаль өлкәне тәьмин итеү өсөн аҡса кәрәк. Беҙҙә райондың иҡтисади үҫешенең аныҡ стратегияһы булдырылған һәм уның буйынса көн һайын планға ярашлы эшләйбеҙ. Яйлап иҫке бурыстарҙы ябабыҙ, яңыларын булдырабыҙ. Иглин районы Өфө агломерацияһына ҡарай. Беҙҙә 19 ауыл советы биләмәһе, 128 ауыл, 138 баҡсасылар ширҡәте бар. Эйе, хәҙер баҡсасылар ширҡәттәре лә мөһим урын биләй, унда ла кешеләр йәшәй, шунда теркәлгән, балалары мәктәпкә уҡырға, кескәйҙәре балалар баҡсаһына йөрөй. Уларға ла уңайлы шарттар булдырырға, төҙөкләндерергә кәрәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәһе буйынса СНТ-ларға илткән юлдарҙы эшләйбеҙ. Дөйөм алғанда, халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре буйынса районда 72 мең кеше теркәлгән. Статистика шундай – беҙҙең район үҫә һәм артабан үҫәсәк. – Кеше күп булғас, бурыстар ҙа арта... – Беҙҙә сит райондарҙан, хатта төбәктәрҙән килгәндәр байтаҡ. Кеше Өфөлә эшкә урынлаша ла торлаҡ эҙләй башлай һәм, бында хаҡтар арзаныраҡ булғас, беҙҙән йорт ала. Һуңғы ун йылда Иглин районы хаотик рәүештә үҫте, тимәк, халыҡ һаны артты, ә бының өсөн кәрәкле инфраструктура булдырылманы. Хәҙер мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар етмәй. Әле күпме, ҡайҙа һәм ниндәй социаль объект кәрәклеген аңлайбыҙ. Киләһе тиҫтә йылда улар барлыҡҡа киләсәк. 2021 йылда Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса беҙҙә Хөкүмәттең күсмә ултырышын үткәрҙек. Бар Хөкүмәт ағзалары ла килде һәм райондың проблемаларын өйрәнде. Был – инфраструктура, төҙөкләндереү, юлдар. Районыбыҙ күп ҡырлы. Беҙҙә баш ҡалаға яҡын ауылдар ҙа, бик алыҫтары ла бар. Яҡындарында кеше һаны күпләп арта, йорт һалалар, әҙерен һатып алалар. Шул саҡта проблема тыуҙы – электр ҡеүәте етмәй башланы, сөнки йорттар электр менән йылытыла ине. Ауылдарға газ үткәреү өсөн әүҙем эш башланыҡ. Һөҙөмтәлә электр селтәренә көсөргәнеш кәмене, газ менән бергә юлдар ҙа барлыҡҡа килә. Дөйөм алғанда, районды үҫтереү буйынса юл картаһы булдырылды, уның кураторы – вице-премьер, финанс министры Лира Иғтисамова. Квартал һайын уның менән кәңәшмәләр үткәреп торабыҙ. Планға ярашлы эш бара, ҡайһы бер мәсьәләләр ыңғай хәл ителде лә. Иң ҙур шатлығыбыҙ: Иглиндың “Йондоҙло” биҫтәһендә 1250 кешелек ҙур мәктәп төҙөлә башланы. Эштәр бик әүҙем бара, план буйынса уны 2024 йылдың декабрендә асырға тейешбеҙ, төҙөүселәр иһә, барыһы ла ошолай барһа, сентябрҙә үк тапшырыуыбыҙ бар, ти. Ул биҫтәгә газ килде, 2019 йылда балалар баҡсаһы асылды, хәҙер мәктәп тә булғас, “Йондоҙло” үҫешәсәк. “Яңы Иглин” биҫтәһендә поликлиника төҙөйәсәкбеҙ. Юлдар төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр 31 километр юл эшләнде, быйыл иһә йыл аҙағына тиклем 38 километр буласаҡ. Элегерәк ҡырсынташ һалыу менән сикләнә инек, хәҙер асфальт юлдар булһын тип тырышабыҙ. Район аша 60 километр оҙонлоҡта М-5 трассаһы үтә. Был иҡтисади яҡтан уңайлы, әммә үҙ уңайһыҙлыҡтары ла бар. Юлда тығын булһа, ҙур машиналар ауылдар араһындағы юлдарға инеп, уларҙы боҙа. Ә кешеләрҙең тәбиғәт ҡосағында, фуралар ҡалдырған саңды һуламай йәшәгеһе килә. – Районға инвесторҙар киләме? – Республика Башлығы ҡушыуы буйынса “эшһеҙ” ятҡан ерҙәрҙе үҙләштереү эшен башланыҡ. Мәҫәлән, Охлебинин ауылында буш ятҡан ергә инвестор килде һәм эшкәртә башланы. Халыҡ быға шатлана. Инвентаризация буйынса күп эш алып барыла. Юлдар, объекттар рәсмиләштерелмәгән булған, әле шуны хәл итәбеҙ. Матур йорттар, кәртәләр булһын, емерек фермалар булмаһын тип тырышабыҙ, хужалары менән һөйләшәбеҙ. Ғөмүмән, биләмәләрҙе үҫтереүгә иғтибар бирәбеҙ. Беҙҙең ауыл советтарында бик тырыш кешеләр эшләй, улар сүп-сарын да таҙарта, концерт та үткәрә тигәндәй, ҡағыҙ эше артты. Тик был кешеләрҙе биләмәләрҙе комплекслы үҫтерергә өйрәтмәгәндәр. Мин улар алдына, ун йыллыҡ планығыҙ булһын, тип бурыс ҡуям. Алыҫ ауылмы ул, яҡынмы – бөтә ерҙә лә кешеләр йәшәй һәм барыһының да матур шарттарҙа көн иткеһе килә. – Һеҙ бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайттығыҙ. Ҡурҡыу хисе булманымы? Иглин яугирҙәре үҙҙәрен нисек күрһәтә? – Беҙҙә бик ҡыйыу ир-ат йәшәй. Иглиндан күптәр доброволец булып китте, мобилизация буйынса ла хеҙмәт итәләр, әлбиттә. МХО – ауыр тема, тик ул беҙҙе берләштерҙе. Әле районда өс ирекмән штабы бар, кешеләр унда үҙ теләге менән йыйыла, селтәр үрә, ҡоро душ эшләй. Районыбыҙҙың көмөш ирекмәндәре хәйриә йәрминкәһе ойошторҙо, үҙ баҡсаларынан йәшелсә, емеш-еләк, миндек, үлән һатып, 30 мең самаһы аҡса йыйҙы, хәҙер уға кәрәк-яраҡ алып ебәрмәкселәр. Үҙем МХО биләмәһендә ике тапҡыр булдым. Беҙҙең егеттәр хеҙмәт иткән биләмәлә район хакимиәте башлығы ҡатын-ҡыҙ ине, мин уға – башҡорт шәле, ул миңә бронежилет бүләк итте. Унда, әлбиттә, икенсе тормош. Эш ҡурҡыу-ҡурҡмауҙа түгел, бер уйлаһаң, хакимиәт башлығы булыуы ла ҡурҡыныс (көлә – авт.). Ә бына унан йөрөп ҡайтҡас, донъяға ҡараш үҙгәрә. Шөкөр, тыныс тормошта йәшәйбеҙ, беҙҙең бар хәстәрлек ваҡ-төйәк көнкүреш мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡағыла. Өҫтөбөҙгә бомбалар төшөп тормай. Үҙемдең ҡул аҫтында эшләгән кешеләргә әйтәм: һәр кем үҙ урынында, үҙ эшен 100 процентҡа башҡарһа, беҙ еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итәсәкбеҙ. Яугирҙәрҙең төрлөһө бар. Мәсьәләләре килеп сыҡһа, осрашабыҙ, һөйләшәбеҙ. Күбеһе ғаиләләре өсөн һорай, улар башлыса еңел хәл ителә. Шуныһы ҡыуандыра, МХО-ла йөрөгән ҡайһы бер яугирҙәр тыуған райондарына ярҙам итеп ята. Бында уларҙың бизнесы эшләй, район үҫешенә аҡса һалына. Мәҫәлән, Ҡалтымандан бер егет юл һалышты. Беҙ ундайҙарға бик рәхмәтле. Ғаиләләрҙең дә төрлөһө бар, мөрәжәғәт итһәләр, ярҙам күрһәтәбеҙ, ҡайһы берәүҙәр, барыһы ла етә, кәрәкмәй, тип тора. Яҡындары һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Уларҙың балалары – беҙҙең балалар, үҙем яндарына инеп сығам. Бергә илайбыҙ, бергә ҡыуанабыҙ. – Ҡатын-ҡыҙ етәксе ир-ат етәксенән ниндәй сифаттары менән айырыла? Моғайын, гүзәл зат тирә-яҡты матурыраҡ иткеһе киләлер? – Мин ир-ат кеүек эшләйем, улар минең һымаҡ эшләп ҡараһын әле. Етәксенең енесе булмай. Шулай ҙа, әлбиттә, эштә ҡатын-ҡыҙға ғына хас сифаттар ҙа килеп сыға. Ғәфү итәм, кешегә йәнә бер мөмкинлек бирәм. Был йәһәттән ир-ат ҡатыраҡ була. Ҡатын-ҡыҙ ваҡ-төйәккә етди ҡарай. Беҙҙең өсөн ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим. Ирҙәр кешегә бик ышанып етмәй, ә ҡатын-ҡыҙ уйлана, тағы бер мөмкинлек бирә. Мин асыҡлыҡ яҡлы, кешеләр менән туранан-тура һөйләшәм, проблемаларын хәл итергә тырышам. Шул уҡ ваҡытта, ҡулдан килмәҫлек эш булһа, буш вәғәҙәләр бирмәйем. Матурлыҡҡа килгәндә, әлбиттә, уны булдырғы килә. Мин тәүҙә, вазифаға килермен дә матурлыҡ булдырырмын, тип уйлай инем, тик асыҡланыуынса, быға тиклем дә эш күп икән. Юлдар һалырға, һыуы ағып торған ҡыйыҡтарҙы ямарға, объекттар төҙөргә, сүплектәрҙе бөтөрөргә кәрәк булып сыҡты. Кадрҙар менән дә проблема бар. Көн һайын 20 мең кешебеҙ Өфөгә эшкә китә. Ә үҙебеҙҙә, етмәй, айырыуса йәштәр. Уларҙы йәлеп итер өсөн уңайлы шарттар кәрәк: йылы, яҡты йорт, балалар өсөн мәктәп һәм балалар баҡсаһы, кис ҡайтҡас, күңел асыр өсөн төҙөк парктар, ҡыҙыҡлы саралар. Әлбиттә, яйлап барыһы ла буласаҡ. – Районда туризм үҫеше ниндәй кимәлдә? Иглин районы нимәләре менән маҡтана ала? – Өфөнөң яҡынлығы бында ла үҙен һиҙҙерә. Кешеләр саралар ҡарар өсөн баш ҡалаға йөрөй. Беҙ уйлаштыҡ та үҙебеҙҙә “Ваҡиғалар календары” булдырырға ҡарар иттек. Районда төрлө милләт кешеләре йәшәй, һәр береһенең үҙ байрамы, йолалары бар. Был календарҙа шуларҙың барыһын да тупланыҡ. Белорустар үҙәген, уларҙың байрамдарын күрһәтәбеҙ, парашют спорты буйынса чемпионаттар үткәрәбеҙ, ҡалаҡ һуғып уйнаған балалар ансамбле ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Һанай китһәң, улар бик күп. Ни өсөн беҙҙә туризм үҫешмәгән икән, тип аптырайым. Ләмәҙ, Эҫем йылғалары аға. Эҫемде “Иглин Мальдиваһы” тип йөрөтәләр: ап-аҡ ҡом, таҙа, йылы һыу, балалар өсөн тәрән булмаған урындар. Рәхәтләнеп ял итергә була. Матур, ҡыҙыҡлы урындарыбыҙ күп, хәҙер уларҙы күберәк кешегә күрһәтер өсөн гранттар конкурсында ҡатнашабыҙ, федераль аҡса йәлеп итергә тырышабыҙ. Беҙҙә эко, ауыл, пляж туризмы бар. Тарихи-мәҙәни йәһәттән дә күрһәтер, һөйләр яҡтарыбыҙ байтаҡ. Дөйөм алғанда, төрлө турист маршруттарына инә башланыҡ һәм оҙаҡламай был эштең һөҙөмтәһе күренер, районыбыҙға турист булып килгәндәр артыр, тип уйлайым. – Бөгөн район үҙенең алдына ниндәй пландар ҡуя? – Кешеләрҙең уңайлы шарттарҙа йәшәгеһе килә, инфраструктура булыуы мөһим. Был беҙҙән тора, быларҙың барыһын да Хөкүмәткә еткерергә, төрлө программаларҙа, гранттарҙа ҡатнашырға тейешбеҙ. Иң мөһиме – берләшергә һәм маҡсатҡа өлгәшергә кәрәк. Барыһы ла ябай ғәмәлдәр ул: эш урындары булһын, һыу бөтмәһен, электр һүнмәһен, балалар баҡсалары, мәктәптәр етһен, тип теләйбеҙ. Ә иң ҙур теләк – махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын һәм егеттәребеҙ еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Бырыһы ла яҡшы булыр. - Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Гүзәл НАСИРОВА: “Ир-егеттәр минең кеүек эшләп ҡараһын әле”
25 августа 202325 авг 2023
8 мин
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ике ҡатын-ҡыҙ район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Уларҙың береһе – Иглин районы етәксеһе Гүзәл Насирова 2021 йылдан алып эшләй. Өфөгә иң яҡын урынлашҡан райондың үҫеш үҙенсәлектәре башҡа муниципалитеттарҙан айырыла. Улар тураһында Гүзәл Рәйес ҡыҙы менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙоҡ һәм уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итмәксебеҙ. – Иглин районы бөгөн ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? – Районыбыҙ бар республикаға хас мәшәҡәттәр менән йәшәй. Уңыш йыябыҙ, яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләйбеҙ, гуманитар йөктәр әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ ҡышҡа әҙерлек эштәре әүҙем бара, электр, һыу менән тәьмин итеү, баш ҡала, ауылдар араһында яңы автобус маршруттары булдырыу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Был бер ҡасан да туҡтамаған көндәлек эш. Яңы уҡыу йылына мәктәп, балалар баҡсаларын ҡабул итеп бөттөк, улар барыһы ла әҙер. – Хакимиәт башлығына бирелә торған традицион һорау: Иглин районының социаль-иҡтисади хәл