Ошо көндәрҙә бөтә республика йәмәғәтселеге оло хөрмәт һәм ихтирам менән данлы яҡташыбыҙ, легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовты иҫкә ала. Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор булып китәсәк Миңлеғәле Минһажетдин улы 1899 йылдың 15 (иҫке стиль буйынса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе – хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында тыуған. Киләһе йылда батырыбыҙҙың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Ғәҙеллек тантана итте Миңлеғәле Шайморатовтың исемен беҙҙең республикала белмәгән, уның ҡаһарманлығы менән ғорурланмаған кеше юҡ, хатта бәләкәй генә балаларға тиклем теле асылыр-асылмаҫтан “Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал” тип йырлап йөрөй. Ул беҙҙең өсөн һәр ваҡыт Герой булды һәм шулай булып ҡала. Данлыҡлы комдивҡа рәсми рәүештә исем биреүҙе халҡыбыҙ тиҫтәләрсә йыл дауамында күтәреп килде. Аныҡлап әйткәндә, Башҡортостан етәкселеге Шайморатовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе 1948 йылдан юллай башлай. 1958 йылда Советтар Союзы маршалы Семен Буденный ҙа ошо мәсьәләне күтәрә. Был һорауға уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла әйләнеп ҡайталар, әммә барлыҡ теләк-тырышлыҡ төрлө ҡаршылыҡҡа осрап, тормошҡа ашмай ҡала. Һәм, ниһайәт, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указына ярашлы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде! Был уй-ниәтте тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғәйәт ҙур көс һәм тырышлыҡ һалды. “Бөгөн – Рәсәй Президенты тарихи хәҡиҡәтте тергеҙгән көн. Мин ысынлап та ошо хаҡта хыялландым. Рәсәй Президенты бер нисә быуын Башҡортостан халҡының ынтылышын хупланы һәм һирәк эшләнгән иҫкәрмә рәүешендә ҡарар ҡабул итте. Бөгөн Владимир Путиндың Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Был көн барлыҡ Башҡортостан халҡы өсөн көтөп алынған оло байрам, күҙ йәше аша ҡабул ителгән тарихи ваҡиға булып уйылып ҡалды. Шул уҡ йылдың 9 майында геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалы тыуған төйәгенә ҡайтты һәм тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейына һаҡлауға тапшырылды. Ошо айҡанлы хәрби кортеж Өфөнөң үҙәк урамдарынан үтте һәм Совет майҙанында иҫтәлекле сара ойошторолдо. Йәш шайморатовсылар үҫә 2020 йылда, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Шайморатовсылар хәрәкәтенә нигеҙ һалынды һәм Герой исемендәге тәүге кластар ойошторола башланы. Беренселәрҙән булып бындай кластар Өфө ҡалаһындағы 44-се һәм 162-се “Смарт” полилингваль мәктәптәрендә, Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында булдырылды. Республика көнөндә ошо уҡыу йорттарында белем алған өс VII класс уҡыусыларын шайморатовсылар рәтенә бағышлау тантанаһы үтте. Шулай уҡ был белем усаҡтарында легендар комдивҡа арналған бүлмә-музейҙар эшләнде. Шайморатов исемендәге класта белем алған уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы, “Йәш шайморатовсы” билдәһе булдырылды. – Һеҙ – бөтә уҡыусылар араһынан иң тәүге шайморатовсылар. Ышанығыҙ: был – бик абруйлы һәм яуаплы эш. Иңегеҙгә легендар комдивтың рухына лайыҡлы, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары булыу бурысы һалына. Шайморатовсы формаһын ғорур кейеп йөрөгөҙ, “Салауат вариҫтары сигенә белмәй!” тигән саҡырыуға һәр саҡ тоғро булығыҙ, быны эштәрегеҙ менән раҫлағыҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт алға барығыҙ! – тигәйне йәш шайморатовсылар алдында яһаған сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров. Артабан Шайморатов кластары республиканың башҡа мәктәптәрендә лә әүҙем ойошторола башланы. Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 сентябрендә Герой исемен йөрөткән 78 яңы класс асылды. Былтыр 11 октябрҙә баш ҡаланың Совет майҙанында үткән бағышлау тантанаһында 500-ҙән ашыу бала ҡатнашты. 2022/23 уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә Шайморатов исемендәге 92 класс иҫәпләнде. Тиҙҙән, 1 сентябрҙә, уларҙың һаны тағы 99-ға артасаҡ. Был хаҡта республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе барышында БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Шайморатов класы уҡыусыларға нимә бирә? Тәүге сиратта, был – илһөйәрлек тәрбиәһенең иң яҡшы алымдарының береһе. Унда конкурс буйынса һайлап алалар, уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт тормошонда әүҙем булыу бик мөһим. “Балалар шайморатовсы булыу өсөн атлығып тора. Был класта уҡыусылар етдилеге, яуаплылығы менән ныҡ айырыла, шунда уҡ бер башҡа үҫеп киткәндәй тойолалар, һәр эшкә ашҡынып, ҙур теләк менән тотоналар”, – ти, ғәҙәттә, уҡытыусылар. Шулай уҡ улар дәрестән тыш сараларҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын өйрәнә, башланғыс хәрби әҙерлек, уҡ атыу, башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнә, экскурсияларға, ярыштарға йыш йөрөй. Улар араһында Шишмә районындағы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокка уйындар үткәрелеп тора. Һәйкәл булып ҡалҡты Былтыр Башҡортостан Республикаһы көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. “Был мөһабәт монумент – тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм яҡлау буйынса башҡарылған эштең бер өлөшө”, – тип билдәләне сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров. Шул да әһәмиәткә лайыҡ: монументтың нигеҙенә генералыбыҙ һәләк булған урындан килтерелгән тупраҡ һалынды. Һәйкәл өсөн урын да осраҡлы рәүештә һайланмаған, 1942 йылдың мартында тап Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа китергә әҙер булыуы тураһында еткерә. Ошонда дивизияға тантаналы рәүештә БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы байрағы тапшырыла... Шайморатов һәйкәле – бик ҙур һәм мөһабәт архитектура ансамбле, уның киңлеге яҡынса 80 метрға 45 метр, төп статуяның бейеклеге – 15 метр. Бөтә материалдар тәбиғи – гранит, бронза, мәрмәр, әйткәндәй, гранит үҙебеҙҙеке – Мансур ятҡылығыныҡы. Ансамблде булдырыуға 40 тоннанан ашыу бронза ҡулланылған. Монументаль ансамблдең авторҙары – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузов. Һәйкәл бейеклеге йәһәтенән Европала, Мәскәүҙә, Петербургта урынлашҡан атлы һәйкәлдәрҙән саҡ ҡына ҙурыраҡ. Һыбайлы буйынса ҡараһаң, Европала иң ҙурҙарҙан һаналған Салауат Юлаев, Чехиялағы Ян Жижка, Монголиялағы Сыңғыҙхан һәйкәлдәре менән тиңләшә. Бөгөн был урындан кеше өҙөлмәй: күптәр ғаиләләре менән килә, туй кортеждары туҡтай, туристар ағымы өҙөлмәй. Ошонан Шайморатов һәм Доставалов исемендәге һәм башҡа Башҡортостан батальондары яугирҙәре ил именлеге һағына юлланды. Йыл һайын Шайморатов исемендәге класс уҡыусыларын тантаналы шарттарҙа ҡабул итеү, уларҙың ант биреү күренеше лә әлеге изге урында башҡарылған матур традицияға әйләнер. - Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА