Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ер буш ятмаясаҡ

Биләмәләр үҫеше фонды аукционға 61 ер участкаһын ҡуйған. Майҙансыҡтар 21 төбәктә урынлашҡан. Уларҙың иң күбе биш төбәктә - Мәскәү (17), Ростов (9), Һамар ( 6), Ленинград (4) өлкәләрендә һәм Башҡортостан Республикаһында (4) урынлашҡан. Был майҙансыҡтарҙың дөйөм майҙаны 35,5 гектар тәшкил итә. Ә баһаланған хаҡы - 2,6 миллиард һум. Башҡортостан Республикаһында аукционға элекке төҙөлөш ойошмаһы “Крона” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ер участкаһы ҡуйылған. Күп фатирлы йорттар төҙөлөшө өсөн участканың дөйөм майҙаны 3,8 гектар тәшкил итә. Аукцион 24 августан 22 сентябргә тиклем ойошторола. Унда һәр ҡыҙыҡһынған кеше, аукцион шарттары буйынса ҡаралған кәрәкле документтарҙы күрһәтеп, ҡатнаша ала. “Сбербанк-АСТ” маҙансығында был сарала ҡатнашыу, ғариза биреү һәм башҡалар менән танышырға мөмкин. Һатыуҙан килгән аҡсаны фонд алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн файҙаланасаҡ. Ә аукционда еңеп сығыусылар участкаларҙы артабан файҙаланыу менән шөғөлләнәсәк. Шулай итеп, ташландыҡ хәлендәге ер участкалары ла урында йәшәүселәр өсөн хәүеф сығанағы булмаясаҡ. Ә быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: building.bashkortostan.ru/pre