Күптән түгел Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тип аталған матур сара үтте. Был байрамдан алған тәьҫораттар күңелдә бик оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Сара тураһында һүҙ сыҡҡас та, “мотлаҡ ҡайтам, уны әҙерләүгә һәм үткәреүгә үҙ өлөшөмдө индерәм”, тип ҡарар иттем. Иң тәүҙә ауылыбыҙҙың юғары яҡ ҡыҙҙарын бер төркөмгә йыйып, әҙерлек эшен башланым. “Бәйләнештә” селтәрендә Рәзилә Ғүмәрова алып барған “Яңы Балапан ауыл тарихы” исемле төркөмгә күҙ һалып, юғары яҡ ҡыҙҙарының исемлеген төҙөнөм. Сабыйҙарҙан алып оло йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙы индереп, 73 кешенән торған исемлек барлыҡҡа килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҡыйлыҡҡа күскәндәре лә байтаҡ булып сыҡты. Иҫән-һауҙарының телефондарын табып, бәйләнешкә инеп, байрамды ойоштороу эшен башланыҡ. 35 ҡыҙ сарала ҡатнашырға ризалыҡ белдерҙе. Кәңәшләшеп, һөйләшеп, командабыҙға исем, девиз, йыр уйланыҡ. Ҡыҙыл йылғаһы буйында тыуып, шунда һыу инеп үҫкән ҡыҙҙар булғанлыҡтан, команданың исемен “Ҡыҙылымдың ҡыҙҙары” тип атаныҡ. Девиз булараҡ дүрт юллыҡ шиғыр ижад иттек: “Беҙ, беҙ, беҙ инек, Беҙ бик күпләп ҡыҙ булдыҡ, Ҡыҙҙарыбыҙ байрамына “Һә” тигәнсе йыйылдыҡ”. Йыр һүҙҙәрен таҡмаҡ формаһында Йәмилә Ҡорманаева яҙҙы. Шиғырға көй ҙә һайлағас, бына тигән күңелле генә йыр килеп сыҡты. Команданың исеменә тура килтереп, матур эстәлекле значоктар эшләтеп алып ҡайттым. Ҡунаҡ, әлбиттә, күстәнәсһеҙ һәм бүләкһеҙ йөрөмәй. Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа байрамға ныҡлы әҙерлек менән ҡайтты. Үҙ-ара кәңәшләшеп һөйләшкәндән һуң, мәсеткә, ауыл мәҙәниәт йортона һәм унда урынлашҡан китапханаға ярҙам итергә булдыҡ. Ҡыҙҙарҙың көсө менән, табынға бирелгән аҡсанан тыш, 19500 һум аҡса йыйылды. Мәсет өсөн 24 ҡыҙҙан 12 мең һум аҡса тупланды. Шуның 700 һумына ике гардин алдыҡ, 3300 һумына мәсеттең ҡатын-ҡыҙҙар яғын бүлеү өсөн шаршау тектерҙек, ҡалған 8 меңен сара барышында ауыл советы депутаты Таһир Нәбиуллинға тапшырҙыҡ. Мәҙәниәт йорто һәм китапхана өсөн 7500 һум аҡса йыйҙыҡ. Зилә Ҡорманаева, Зилиә Әхмәтйәнова, Гөлсинә Бүләкбаева, Зөлфирә Малыбаева мәсеткә лә, клубҡа ла аҡса бирҙе. Беҙҙең юғары ос ҡыҙҙары ауыл активы, депутаттар, ветерандар советы, йәмәғәт ойошмалары менән кәңәшләшеп, әлеге сумманы ошо сараны әҙерләүгә күп көс һалған китапхана мөдире Динә Нәбиуллинаға бирергә ҡарар иттек (беҙҙең ярҙам менән принтер һатып алынған да инде). Динәне үҙ эшен ихлас башҡарған, тырыш, талапсан етәксе, яҡшы ойоштороусы булараҡ беләбеҙ. Шанхай урамы ҡыҙҙарының клуб сәхнәһенә 25 мең һумлыҡ шаршау тектереп элеүе лә маҡтауға лайыҡ. Был сараға һәр кем ихлас әҙерләнде, бүләктәр ҙә күп булды. Ҡорманаевтар нәҫеле үҙ туғандарын юбилейҙары менән ҡотланы, Илсиә Дуланова – үҙен бейеү серенә өйрәткән Мәрйәм Ситдиҡоваға, Рәмилә Нәбиуллина – миңә, Рәшиҙә апай Хашимова туғандарына бүләк тапшырҙы. Гөлнур Нәбиуллина менән мин нәҫелебеҙҙең иң оло ҡыҙы Флүрә апайға, иң йәш ҡыҙ Асия Нәбиуллинаға (Гөлдәр менән Данил Нәбиуллиндарҙың ҡыҙы), уңған, һәр йәһәттән өлгөр киленебеҙ Динәгә, ауылыбыҙ тормошонда ҡайнап йәшәгән Гүзәлиә менән Рәзилә Ғүмәроваларға, юғары ос ҡыҙҙарын үҙ туғандары кеүек күреп йыйған, асыҡ йөҙ, мул табын менән ҡаршылаған Зөбәйлә Кәримоваға бүләктәр бирҙек. Беҙҙең юғары ос ҡыҙҙары сараның башынан аҙағына тиклем әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Йәмилә Ҡорманаеваның элекке йола буйынса һөбөгә яулыҡ бәйләү башланғысын да хуплап ҡаршы алдыҡ. Тыуған яҡ, ауыл тураһында йырҙар йырлап, бала саҡты, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрҙөк. Был күренештән күҙгә йәш тулды. Байрамды музыкаль яҡтан биҙәгән Ғәлиә Малыбаеваның өлөшөн билдәләмәү мөмкин түгел. Һөбөгә бәйләгән яулыҡтарҙы беҙҙе ҡаршы алған ағинәйҙәр ҡоро ағзаларына бүләк итеү байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Ғәлиә Малыбаеваның ауылдың тарихы, күренекле шәхестәр тураһында һөйләүе, ауыл урамдарынан үтеп, халыҡтың йәшәйеше менән танышыу, йәштәрҙең матур итеп донъя көтөүен күреү күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Тимәк, ауылыбыҙ йәшәй, үҫә, матурлана. Мәсеттә ауылыбыҙ килендәренең тәмле сәй табыны менән, мәктәп ашханаһында мәктәп хакимиәтенең, ҡыҙҙарҙың милли ризыҡ – бишбармаҡ һәм өҫтәл тулы аш-һыу менән ҡаршы алыуы өсөн рәхмәтле булдыҡ. Артабан бөтәбеҙ бергә клубҡа юлландыҡ. Унда һәр урам ҡыҙҙары сығыш яһаны. Ағинәйҙәрҙең сығышы ла күңелгә уйылып ҡалды. Улар араһында беҙгә төплө белем биргән Сәриә Ғәли ҡыҙын, Рәшиҙә апай Малыбаеваны күреп ҡыуандыҡ. Тик музыкаль яҡтан биҙәү өсөн клубта аппаратураның, микрофондарҙың тейешле кимәлдә эшләмәүе күңелде ҡырҙы. Иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөп, киске ритайымға тиклем туғандар менән осрашыуға таралыштыҡ. Флүрә апайыбыҙ, бөтә сараның уртаһында ҡайнауына ҡарамаҫтан, беҙҙе бишбармаҡ менән һыйланы, тәмлекәстәр менән сәй эсерҙе. Башҡа ҡыҙҙар Зөбәйлә Кәримованың ишек алдында, ҡайынлыҡтар араһында, табын ҡорҙо. Бында ла ҡыҙҙарыбыҙ һәр береһе ныҡлы әҙерлек менән килгәйне. Гөлсинә Бүләкбаева менән Зөбәйлә Кәримова итле ризыҡ әҙерләне, Шәүрә Мәсәлимова тәмле итеп буҙа ҡойған. Бер туған Йәмилә менән Рәзилә Ҡорманаевалар ниндәй генә ҡамыр ризыҡтары бешермәгән! Бигерәк тә “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тигән яҙыулы бәлештәре һоҡландырҙы. Табыныбыҙ аш-һыуҙан һығылып торҙо. Түбәнге ос ҡыҙҙары Сәриә Мәғәфүрованың, Гөлсирә һәм уның тормош иптәшенең килеп ҡушылыуы беҙҙең ос ҡыҙҙарының байрамына тағы ла йәм өҫтәне. Гөлсирәнең иптәше гармунда бейеү көйҙәре уйнап ебәреүе булды, дәртле ҡыҙҙарыбыҙ йәш саҡтағы “Өс таған” бейеүенә төшөп тә китте. Хатта табындағы ҡыҙҙарҙың йәш айырмаһы ла һиҙелерлек түгел ине: иң йәшебеҙ Азалияға 27 йәш булһа, биш-алты ҡыҙ инде алтынсы тиҫтәне тултырғанбыҙ икән. Күренекле композитор Зифа Нагаеваның йырындағыса, “күңел ун етелә, йөрәк ун һигеҙҙә” ине ул көндә. Ҡайынлыҡтағы матур табындан һуң урам буйлап йәшлек йырҙарын йырлап, клубҡа юл алдыҡ. Клуб ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәре, шаян таҡмаҡтарынан гөрләп торҙо. Шулай итеп, көткән байрамыбыҙ ҙа аҙағына етте. Был осрашыуҙы ойошторған ауыл әүҙемселәренә, ауылдаштарға, үҙебеҙҙең юғары ос ҡыҙҙарына ихлас рәхмәтемде еткерәм. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең юғары ос ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын табып, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә матур йәшәй, балалар үҫтерә, төрлө өлкәләрҙә ең һыҙғанып эшләй. Үҙем 43 йыл инде Саҡмағош районының Аблай ауылында йәшәйем. Шулай итеп, республикабыҙҙың һигеҙ районын үтеп, тыуып үҫкән төйәгем Әбйәлилемә ҡайтып ураным. Әлеге байрамға ауылымды, туғандарымды, үҙебеҙҙең урам ҡыҙҙарын һағынып ҡайтып, осрашыуҙан күңелем булып килдем. - Әлмира НӘБИУЛЛИНА Саҡмағош районы