Салауатта ҡаланың өс көнлөк юбилейын байрам итеү тантанаһы асылды. Кисә аҙағында Милли симфоник оркестр бөтә донъяға билдәле культ көйҙәрен башҡарҙы. Ике меңдән ашыу кеше һәм ҡала ҡунаҡтары талантлы музыканттар башҡарған иҫ киткес музыканан ләззәт алды. Классик әҫәрҙәрҙе һәм кинофильмдарҙан көйҙәрҙе виртуоз башҡарыу ҙа тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ халыҡты Рәсәй киноһы йондоҙҙары – Алёна Бабенко, Екатерина Гусева и Дмитрий Харатьян да сәләмләне. Салауатта үткән матур ваҡиғалар ҡаланың бай тарихлы һәм матур мираҫлы урын ғына түгел, ә тормош сәнғәт һәм мәҙәниәт менән һуғарылған урын булыуын тағы бер тапҡыр раҫлай. Фото: Газпром Нефтехим Салауат матбуғат хеҙмәте