Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ағайым һабағы

Ҡустым менән өйҙә ултырабыҙ. Бер оло ғына еңгәбеҙ сарбайлап килеп инә, йөҙө томһарған, күҙҙәре ут бөркөп тора. — Барығыҙ әле, ағайығыҙҙы тыйығыҙ! Әллә нимәһенә болара.Беҙҙең ни, бер һүҙҙән дары кеүек гөлтләргә торған сағыбыҙ, ағайҙы ауыҙлыҡларға тип бар ҙа ин. — Эй, ҡустылар, ултырығыҙ әле. Еңгәгеҙ бит һеҙҙе татыу сағыбыҙҙа бер ҙә саҡырмай, ә асыуланышҡанда — саҡырған. Беҙ, аптырашып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ.— Аһ-аһ, ҡалай килештереп һөйләшеп ултырған була! Әле генә ене ҡуба ине, — тигән булды еңгәбеҙ, уңай­ һыҙлана биреп. Ағай тыныс ҡына: — Бар, нишләп ултыраһың, самауырыңды ҡуй. Ҡунаҡ саҡырғанһың бит, ҡәйнештәрең ҡырҙан ҡайтҡан, — тигәс, тегеһе өндәшмәй генә ҡашығаяҡ яғына сыҡты.— һүҙләшмәһәк, килеп хәлде лә белмәҫ инегеҙме? — тине ағай, беҙгә ҡарап.Уға әйтер һүҙебеҙ юҡ ине...Зиннур Ураксин Фото: Асыҡ сығанаҡтан