Башкортстандың һәм Татарстандың халык артисты Айҙар Ғәлимов тормош иптәше менән ниҡахтарын яңырткандар. Был хакта социаль селтәрҙәрҙең береһендә ҡыҙҙары Гүзәл хәбәр итте. Быйыл Зилә менән Айҙар Ғәлимовтың ғаилә ҡороуына 35 йыл булған. Айҙар Ғәлимов социаль селтәрҙә тормош иптәше менән ҡауышыу тарихы тураһында ла уртаҡлашҡан. “Беҙ Зилә менән Өфө автотранспорт техникумында бергә уҡыныҡ. Үҙешмәкәр сәнғәткә ҙур иғтибар бирелә ине беҙҙә – мин инде, әлбиттә, сәхнәнән төшмәйем. Зилә лә йырға мөкиббән киткән кеше – бер байрамда ойошторылған концертта сәхнәгә ул да сыҡты. Шулай таныштыҡ… Унан автомотоуҙышҡа сығып киттек, ул саҡта әле гастролдең нимә икәнен дә белмәйбеҙ: төрлө ерҙәргә барып, техникум тураһында һөйләйбеҙ, үҙебеҙгә уҡырға саҡырабыҙ. Шул саҡта Зилә менән тағын да яҡынайҙыҡ. Ул мине армияға оҙатып ҡалды. Ә унан, күрергә тип, яныма килде! Литваға ҡәҙәр! Балтика буйы ул саҡта барыбер сит ил кеүек ине бит. Уның килерен белмәй инем, әлбиттә. Күнекмәләр ваҡыты ине. Бер лейтенант: “А ты знаешь, что к тебе девушка приехала?” – ти. Ышанманым! Булмаҫ тим! Бергә үткәргән һәр миҙгеле иҫтә ул саҡтың…” – тип яҙған ул. Зилә менән Айҙар Ғәлимовтың киләсәктә лә матур ғаиләләрен һаҡлап, бергә тормош юлдарын мөхәббәттә матур үтеүҙәрен теләйбеҙ. Фото: vk.com/aidar.galimov