Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Авито менән берлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса федераль программаны тормошҡа ашыра. Был программа нигеҙендә тауарҙарын йәки хеҙмәттәрен тәҡдим иткән эшҡыуарҙар Авито-онлайн платформала бизнесының үҫеше өсөн ярҙам ала аласаҡ. Ул “Минең бизнес” үҙәктәре базаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. - Авито менән берлектәге проект Башҡортостан эшҡыуарҙарына тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен һөҙөмтәле һатырға, яңы клиенттар йәлеп итергә булышасаҡ. Был программа ғәмәлгә ингәндән алып республикала унан 30 эшҡыуар файҙаланды ла инде, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов. Программа 2023 йылдың 15 сентябренә тиклем ғәмәлдә була. Тулыраҡ мәғлүмәтте БР “Минең бизнес” үҙәге консультантынан 7(347) 224-99-99 ҡыҙыу линияһына шылтыратып алырға мөмкин.