25-27 августа Санкт-Петербургта үтәсәк Башҡортостан көндәрендә Республика Хәрби Дан музейы патриотик майҙан булдырасаҡ, ул «Башҡортостан - Ватан һағында» тип аталасаҡ. Бында Нева буйы халҡына Рәсәйҙең хәрби тарихына арналған күргәҙмә проекттары тәҡдим ителәсәк. Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусыларҙы мәртәбәләү традициялары бик мөһим. Рәсәйҙең Армияһы һәм флоты ил сиген һаҡлап, тыныс халыҡтың тормошон яҡлай. Рәсәй армияһы – донъяла иң көслө армия, ул күп быуаттарҙан килгән хәрби традициялар мираҫы. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был асыҡ күренде. «Тыл эшсәндәре» күргәҙмәһендә республика халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы эшселәрҙең ҡаһарманлығы, эвакуация, төҙөлөшкә арналған фотолары ҡуйылған. Шулай уҡ «Башкортостан zащищает Донбасс» тип аталған экспозиция МХО-ла ҡатнашҡан республика кешеләренә, Рәсәй Геройҙарына арналған. Унда уларҙың ҡыҫҡаса биографияһы һәм күрһәткән батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт урын алған. Алтын Йондоҙ миҙалына лайыҡ булыусыларҙың, үҙ ғүмерен аямай ҡылған батырлыҡтары хаҡында белә аласаҡ. "МХО Хәрбиенә хат" интерактив зонаһында һәр кешенең хәрбиҙәргә үҙенең йылы теләктәрен яҙып ебәреү мөкинлеге буласаҡ.
"Башҡортостан - Ватан һағында" тигән проект Санкт-Петербургта
24 августа 202324 авг 2023
~1 мин