Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Аҡса вәғәҙәләгәйнеләр..."

Һуңғы ваҡыттарҙа Рәсәй тимер юлдарында реле йәшниктәренә ут төртөп яндырыуҙары тураһында хәбәрҙәр йәшайҙы. Бындай яманлыҡты, ғәҙәттә, станциянан алыҫ тыныс урындарҙа ҡылалар. Мәҫәлән, быйыл Өфөлә хоҡуҡ һаҡсылары тимер юлдағы реле йәшнигенә ут төрткән шикле әҙәмдәрҙе тотҡан. Араларында уҡыу йорттары студенттары, үҫмерҙәр ҙә бар. Хоҡуҡ һаҡсылары фаразы буйынса, улар Ҡарлыман – Урал алды перегонында реле йәшниген яндыралар. Бынан һуң тағы Өршәк станцияһынан алыҫ түгел икенсеһенә лә ут төртәләр. Бәхеткә күрә, балаклава кейгән, ҡулдарына яндырғыс шыйыҡса тотҡан ирҙәрҙе шул урында уҡ тоталар. Был ваҡиғалар буйынса “Ҡаралтыны күрәләтә юҡ итеү йәки боҙоу”,“Террорсылыҡ акты” һәм “Енәйәткә әҙерлек” статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ быйыл Силәбе суды ҡаршыһына Башҡортостан кешеһе баҫҡан. Ул Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан диверсия ҡылыуҙа шик аҫтына алынып ҡулға алынған. Тикшереү фаразы буйынса, был ир билдәһеҙ кешенең ҡушыуы буйынса Силәбе өлкәһендәге Хребет һәм Флюс станциялары араһындағы реле шкафтарын яндырған. Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, ул украин милләтселәре яҡлы һәм Рәсәйҙә террорсы тип танылған һәм тыйылған ”Рәсәй азатлығы” легионы ойошмаһының мессенджерҙар төркөмдәренең береһендә торған, билдәһеҙ кешенең диверсия ҡылырға этәргән күрһәтмәләрен үтәгән. Ут төртөүселәргә күпме түләйҙәр һәм уларға нисә йыл төрмә янай? Тотолған кешеләр һөйләүенсә, мессенджерҙарҙа билдәһеҙ әҙәмдәр аҡса эшләргә тәҡдим итә: юҡ ителгән бер реле йәшнигенә электрон кошелокка 5 меңдән 30 меңгәсә аҡса һалырға вәғәҙәләйҙәр. Енәйәткә барыуҙарын аңлап етмәгән үҫмерҙәр ошо тоҙаҡҡа тиҙ ҡабыусан. Ут төртөүсе тотолғандан һуң “Күрәләтә ҡаралтыны юҡ итеү” статьяһы буйынса енәйәт эше асыла. Уға ярашлы, хөкөм ителеүсе 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Бындай яман эштәрҙә тотолғандарҙың “Террорсылыҡ акты ҡылыу йәки уға әҙерлек” статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырылған осраҡтар ҙа булған. Мәҫәлән, юғарыла телгә алынған Силәбе ваҡиғаһында Башҡортостан кешеһенә 10 йылдан 20 йылғаса иркенән мәхрүм ителеү янай. Реле йәшниктәрен ни өсөн яндыралар? Тимер юлдарҙағы реле шкафтарын станция сиктәрендә йәки перегондарға урынлаштыралар. Ул йәшниктәрҙә тимер юл автоматикаһы һәм телемеханикаһы системаһының аппаратураһы урынлашҡан, уның ярҙамында тәғәйен урындағы поезд хәрәкәтен күҙәтергә мөмкин. Реле шкафтары менән булған хәлдәрҙән һуң, тимер юл хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, электричка, пассажир һәм йөк поездары хәрәкәтенә бер ниндәй йоғонто яһалмаған. Шулай ҙа тимер юлдарҙағы хәрәкәттә сбойҙар булғаны бар. Мәҫәлән, Силәбе баҫмалары хәбәр итеүенсә, янғын арҡаһында пассажир поездары 1 сәғәт 17 минутҡа тотҡарланған осраҡ теркәлгән. Янғын сығарыуға етәкселек итеүселәр тимер юлдарҙа хаос булдырырға маташа. Тик улар яман маҡсаттарына өлгәшә алмай, сөнки Рәсәй тимер юлдары селтәрендә хәүефһеҙлек системаһы ныҡлы. Фото:letsgophoto.ru