Ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярышында еңеүгә ирешкән. Башҡортостандан Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй еңел атлетика буйынса терәк-хәрәкәт аппараты зарараланған балалар-үҫмерҙәр араһындағы ярышта беренсе урын яулаған. Ярыштар ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында бара. Әлегә Илназ 100 метр аралыҡта еңеү яуланы. Тик ярыштар бының менән генә бөтмәй әле. Бөгөн 400 метр арала уҙышһа, иртәгә 200 метр арала ярышасаҡтар. Әсәһе һөйләүе буйынса, малай элек тә тыуған Туймазы районында ойошторолған йүгереү буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡаны булған, ә әлегеләй федераль кимәлдә ул беренсе тапҡыр сығыш яһай. Уңыштар һиңә, Илназ! Сығанаҡ һәм фото: ”Моя Уфа”.