Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың ҡатынының вафатына бөгөн бер йыл. Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы – Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылынан. Ул да Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, студент саҡта Фидан Сафа улы менән танышып, ғаилә ҡоралар. Ләкин Фәриҙә апай сәхнәлә уйнамай, шул уҡ башҡорт театрында 25 йыл буйы грим һалыусы булып эшләй. Талантлы иренең ышаныслы терәк-таянысы, ғаилә усағын һаҡлау юлын һайлай. Былтыр Фәриҙә һәм Фидан Ғафаровтар ғаилә ҡороуҙарының 55 йыллығын билдәләгәйне. Фидан Ғафаров актер булараҡ та, күрмәлекле-һөймәлекле ир-егет булараҡ та һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уға битараф түгел. Уға ошо турала һорауҙар ҙа йыш бирелә. Шундай һорауҙар бирелгән интервьюға яуаптарҙы бер ҙә уҡып ҡарайыҡ әле. - Һеҙгә йыш ғашиҡ булалар тиһегеҙ. Ә үҙегеҙ тормош юлында ысын-ысынлап кемгә ғашиҡ булдығыҙ?- Тәүге мөхәббәтем - ауылдашым Зөлфиә. Бер йыл уның менән осрашып йөрөнөк. Кеше күҙенә күренмәҫкә тырышып кесерткән араһында күрешеүҙәр!.. Атайҙың "тройной" одеколонын урлап уға бүләк иткән инем. Шкафта йәшерелгән хуш еҫле һабындарҙы ла уға бирә инем. Был - бала саҡ хистәре. Ә унан мин Фәриҙәмә ғашиҡ булдым. Шул булалыр ҙа инде ысын мөхәббәт!- 40-50 йыл элек тә сәхнәнән ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙхиә уҡығанһығыҙ, бөгөн дә уларға бағышлап шиғырҙар һөйләйһегеҙ...- Сөнки ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙҙарға табынып йәшәнем. Хоҙай мине гүзәл заттар өсөн генә яратҡандыр. "Һинең башыңды ҡатын-ҡыҙ ашап бөтөрөр инде", - тип мәрхүмә әнием йыш әйтә ине. Яратам мин ҡатын-ҡыҙҙарҙы! Сығанаҡ: https://vk.com/tatar_estrad
Фидан Ғафаров: "Әсәйем һинең башыңды ҡатын-ҡыҙ ашар инде, тине..."
24 августа 202324 авг 2023
1 мин