Найти в Дзене

"Тау башынан күңелем тулып илап төштөм..."

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиевтең төрлө тауҙарҙы яулауы, унда алған тәьҫораттары тураһында яҙғаныбыҙ бар. Был юлы ул ҡатыны Индира менән Торатау башына менгән. Ошо хаҡта төркөмдәшебеҙ Гөлнара Хәсәнованың ҡыҙыҡлы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. “Йәй – осрашыуҙар, ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр, күңелле сәйәхәттәр мәле. Һәр йәй бәләкәс кенә бер ғүмер икәненә ышанаһың, йәйҙәрҙе иҫләп, иң матур мәлдәрҙе һағынып бер булаһың. Быйылғы йәйҙә минең күптәнге хыялым тормошҡа ашты – Торатауға мендем. Мендем генәме?! Тауҙың башында көтөлмәгән осрашыу булды. Тетрәндем. Күңелем тулып, илап төштөм. Хәл былайыраҡ булды. Курсташтар менән осрашыуҙың икенсе көнөндә ҡайтырға йыйындыҡ. Оҙатырға сыҡҡан дуҫтарым, төркөмдәштәрем Илшат менән Нәркәс: “Былтырҙан Торатауға барғым килә тип яҙа инең”, - тине. Һәм Илшат: “Юҡ, әйҙәгеҙ, барып күреп ҡайтығыҙ! Әйҙә, Нәркәс, Гөлнараға Торатауҙы күрһәтәйек!” - тип ирҙәрсә ҡарар сығарып ҡуйҙы. Беҙ өсәүгә (ҡатыны Нәркәскә, миңә һәм минең иргә) уның артынан эйәрергә генә ҡалды. Һеҙҙең шундай дуҫтарығыҙ бармы?! Мин эй рәхмәтлемен уларға, һеҙгә Торатауҙай ҙур рәхмәт! Хыялымды тормошҡа ашырҙылар! Ә беҙ ҡайтып китер инек. Торатауға менгән саҡта юлда бер ағай беҙгә: “Барығыҙ, шәберәк менегеҙ! Унда Рөстәм килгән!” - ти. Мин – хыялый: “Ғиззәтуллинмы?” - тип һорайым. Һорау яуапһыҙ ҡалды. Бары йылмайып үтеп китте. Шулай барлыҡ көсөбөҙҙө туплап, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп, туҡтап ял итеп, менеп еткәйнек кенә, бер инәй телефонында “Урал” йырын ҡуйып ебәрҙе! Шундай киңлек, шундай хозурлыҡ асылды! Ҡул һуҙымында – Ҡуштау, Йөрәктау! Стәрлетамаҡ – йәшлек ҡалам, ус төбөндә генә. Иң мөһиме: тауға Рөстәм Нәбиев менгән. Бар халыҡ уның менән фотоға төшә, һоҡланыу һүҙҙәрен еткерә. Беҙ ҙә барҙыҡ янына. Ә ул яп-ябай, һып-һылыу ир-егет икән! Аяҡтары ғына юҡ. Мин тот та һора: - Арынығыҙмы менгәндә? - Юҡ, өйрәнгәнмен инде, - ти. - Ә мин арыным! Саҡ мендем, - тинем. Рәхәтләнеп көлдө. Һоҡланғыс шәхес, һынмаҫ рух, ныҡлы ихтыяр көсө. Күптәргә үрнәк. Аяҡһыҙ ҙа ерҙә ныҡлы тороп була икән!..” – тип яҙҙы Гөлнара. Фото: vk.com/uekm11