Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллегенең эшлекле иртәнге ашын уҙғарҙы. Сарала Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль секретары Андрей Бельянинов, төбәк власть һәм бизнес органдары вәкилдәре, эксперттар ҡатнашты. Гастрономия мәҙәниәттәрҙең һәм йолаларҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, тип билдәләне Хөкүмәт Рәйесе. Бөгөн гастрономия туризмы миллионлаған сәйәхәтселәрҙе үҙенә йәлеп итә, улар аутентик аш-һыу тәмләргә һәм һәр урындың мәҙәниәте тураһында күберәк белергә теләй. Министрҙар кабинеты башлығы һүҙҙәренсә, гастрономия туризмы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһы күперҙәрен булдырыуҙың мөһим механизмдарының береһе булып тора. Хөкүмәт Рәйесе Рәсәй рестораторҙар һәм отельерҙар федерацияһы президенты Игорь Бохаровҡа ресторан бизнесын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн аҙыҡ-түлек индустрияһы өлкәһендәге «Алтын буфет» милли премияһын тапшырҙы. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21619/