Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әкиәт геройҙары “Башҡорт ихаталары”нда йәшәй

Программа йорттар янындағы ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотоп эшләнгән. Уның сығымдарының 94 проценты республика бюджетынан, биш проценты – район ҡаҙнаһынан, ә бер проценты күп фатирлы йорттар милекселәренән финанслана. Күптән түгел Өфөнөң Степан Халтурин урамындағы 14-се һәм Эшсе хәбәрселәр урамының 1, 3, 5, 5/1, 5/2-се йорттары ихаталарында комплекслы төҙөкләндереү тамамланды. Ул башҡа ихаталарҙан “Алиса мөғжизәләр илендә” әкиәте буйынса йыһазландырылыуы менән айырылып тора: бында әкиәт геройҙарын һынландырған архитектура формалары күп. Заманса уйын һәм спорт майҙаҙсыҡтары ла булдырылған, автомобилдәр ҡуйыу өсөн урын хәҙер иркенерәк. Бөтә эш (автомобилдәр үтеү урындарына һәм туҡталҡаларына асфальт түшәү, тротуар плитәләре һалыу, яҡтыртҡыстар ҡуйыу һәм башҡалар) сифатлы итеп башҡарылған. Ошо көндәрҙә заказсы уларҙы ҡабул итеп аласаҡ. Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.