Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был юл да төҙөкләндерелде

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Әлшәй һәм Дәүләкән райондарында М-5 “Урал” – Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлының өс участкаһын йүнәттеләр. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо ете километр тәшкил итә. Подрядсылар иҫке япманы ҡырып алған, тигеҙләү ҡатламын һәм өҫкө ҡатламды йәйгән. Бынан тыш, юл ситтәре нығытылған һәм юлға тамға һалынған. – Әле Дәүләкән һәм Миәкә райондарында туғыҙ километр оҙонлоғондағы тағы ла биш участкала эштәр алып барыла. Улар 2023 йылдың аҙағына тиклем барасаҡ, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. 2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бөтәһе 74 километр самаһы төбәк терәк селтәрен норматив хәлгә килтереү күҙаллана. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Рәсәй субъекттарының юл эшмәкәрлеге программаларын финанслау федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.