Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балаларға – күңелле ял

Күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк (автоклуб) 16 августа Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы Иҫке Мутабаш ауылында булды. Был турала Республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. Автоклуб “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алынған. Ауыл балалары өсөн конкурс-уйын программаһы ойошторолдо. Улар алып барыусы менән берлектә викториналарҙа һәм хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашты. “Бала саҡ – ул иң бәхетле ваҡыт. Балалар күңелле ял итеп кенә ҡалманы, ә ыңғай тәьҫораттар ҙа алды. Әлбиттә, дуҫлыҡ еңде. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла татлы приздар тапшырылды”, – тине автоклуб методисы Регина Хәлиуллина. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, автоклуб 74 ауылды хеҙмәтләндерә. Яҡтылыҡ, тауыш һәм видео ҡорамалдары менән йыһазландырылған автоклуб еңел генә концерт майҙансығына әүерелә, төрлө урындарҙа теләһә ниндәй мәҙәни саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы.