Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Гөлт ҡабынып яндым һинең өсөн, уның өсөн..."

Айгөл Йәмилева-Ғәбитова Минең туйым түгел Вулкан төбө - өй дәүмәле кәсә. Ултырамын лыпын иҙәндә. Гөлт ҡабынып яндым үҙем өсөн, Һинең өсөн, уның өсөн дә. Тышта кемдер дөмбөр ҡаға ихлас, Кемдер йырлап үтә, яр һала. Был һаңғырау тауыш йәнгә генә Әсе һағыш булып урала. Кемдер тормош башлай. Аҡ таҫманы ҡырҡа, Аҡ биләүгә биләй өмөтөн. Донъя матур! Уны иңләй ҙур туй, Тик был туйы түгел минеке. Миңә тигәненең туҙып бөттө Ямалмаҫтай булып итәге. Миңә тигән таҫма серек ине, Миңә тигән сәй ҙә - кисәге... Һинең йәштә, тиҙәр, барыһы ла Саҡ башлана әле яңынан. Минең йәштә, эйе, саҡ атлайҙар Ана, үргә, ғүмер таңына. Тик мин генә баштан гел тиҫкәре. Бер таҡтанан ғына булманым. Һуңлар ергә гел ашығып барҙым, Ашығыр урында һуңланым. Вулкан төбө - өй дәүмәле кәсә. Ҡороған һәм кипкән өмөтө. Тышта кемдер дөмбөр ҡаға туйға, Тик был туйы түгел минеке. Айгөл Йәмилева-Ғәбитова Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған. Бәләбәй башҡорт гимназияһын тамамлай, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүдәт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында уҡый. Хеҙмәт юлын “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе булып башлай, әлеге ваҡытта “Аҡбуҙат” республика балалар журналының бүлек мөхәррире. 11-се класта уҡығанда үҙнәшер менән “Илһам” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. 2014 йылда “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә уҙған республика шиғриәт бәйгеһендә Гран-при яулай, 2017 йылда Өфө юғарыу уҡыу йорттары студенттары араһында уҙған “Альма-матер” республика шиғриәт конкурсында башҡорт телендә сығыш яһаусылар араһында еңеүгә өлгәшә. 2016 йылда “Китап” нәшриәтендә “Әҙәби нағыш” әҫәрҙәр йыйылмаһында “Ямғыр вальсы” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә, шулай уҡ “Ҡапма-ҡаршылыҡтар”, “Дауылдан һуң” исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Ижадташ дуҫтары менән "Ҡыл" йәш шағирҙар хәрәкәте төҙөп төрлө шиғри саралар ойоштора, "Ҡош юлы" республика шиғриәт бәйгеһен етәкләй. Үткән йылдың аҙағында М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шиғырҙарҙан торған моноспектаклен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Бөрйән ҡыҙы Айгөл Ғәбитоваға тауыш биререү өсөн: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917 Һәм тауыш бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Тауыш биреү 27 сентябрҙә 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ. Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!