23 августа Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров умартасы Вадим Сәйфетдиновтың муниципалитет биләмәһендәге иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығында булды. Ул урта урыҫ бал ҡорто тоҡомоноң бөрйән популяцияһын үрсетеүгә махсуслаша, күрше райондарға һәм республиканан ситтә бал ҡорто пакеттарын һата. Бөрйән районында умарталыҡты эшҡыуар туғыҙ йыл дауамында үҫтерә. Унда түмәрҙәрҙең дөйөм һаны 300-ҙән ашыу. Бынан тыш, умартасы бөрйән бал ҡортоноң инә ҡорттарын алыу өсөн парк булдырған. Быйыл ул 1 меңгә яҡын инә ҡорт етештереүҙе тәьмин иткән. 2021 йылда Вадим Сәйфетдинов ҡатыны менән бергә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә умартасылыҡты үҫтереү буйынса инвестиция проектын тәҡдим иткән һәм Бөрйән районы хакимиәтенең ярҙамын алған. Бынан тыш, эшҡыуар бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы буйынса умарта-нуклеустар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаған. Башҡортостан Башлығы нуклеус паркында булды, унда бал ҡорттарын үрсетеү технологияһы менән танышты.
Радий Хәбиров Бөрйән районындағы иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығында булды
23 августа 202323 авг 2023
1 мин