Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикала “Профессионалитет" проекты сиктәрендә ҡабул итеү кампанияһы тамамланды

Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә ҡабул итеү кампанияһы тамамланды. Өс меңдән ашыу ғариза бирелгән. Был хаҡта БР Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә. Иң күп ғаризалар «Машиналар эшләү технологияһы», «Мәғлүмәт системалары һәм программалау», «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү» кеүек һөнәрҙәргә бирелгән. «Профессионалитет» программаһы буйынса уҡыусылар төбәктә гарантияланған стажировка һәм эшкә урынлашыу ала. Уҡыу программалары эш биреүселәр менән берлектә әҙерләнә, ә һәр студентҡа остаз беркетелә. 2023 йылдың 1 сентябренә проект сиктәрендә республикала тау-байыҡтырыу һәм химия, фармацевтика һәм клиник медицина, машиналар эшләү, педагогика кеүек тармаҡтар буйынса һигеҙ кластер эшләйәсәк. 2024 йылда машиналар эшләү, химия тармағы, сәнғәт һәм креатив индустрия, ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса тағы ла алты кластер булдырыу планлаштырыла. Фото: tuvest.ru Сығанаҡ: https://i-gazeta.com/news/novosti/2023-08-23/v-bashkirii-zavershilas-priemnaya-kampaniya-v-ramkah-proekta-professionalitet-3399365