Бөгөн Баймаҡ район хакимиәтендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илсур Дәүләтбирҙиндың атаһына улының Батырлыҡ ордены тапшырылды. Илсур Дәүләтбирҙин 2000 йылдың 31 мартында Ишбирҙе ауылында тыуған һәм ишле ғаиләлә үҫкән. Сибай күп профилле колледжында белем ала. 2021 йылдың 25 июненән армияла хеҙмәт иткән һәм артабан контрактҡа ҡул ҡуйған. Яугир менән бергә булған хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул бер нисә тапҡыр ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Илсур Дәүләтбирҙин хәрби бурысын үтәгәндә фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Баймаҡ районы башлығы вазифаһын башҡарыусы Азат Шәрипов орденды геройҙың атаһы Юлдаш Сабирйән улына тапшырҙы. Сарала шулай уҡ яугирҙең һеңлеһе һәм ҡустыһы ҡатнашты. Әсәләре, үкенескә ҡаршы, быйыл мәрхүмә булған. - Илсур - ысын герой һәм уның батырлығы онотолмай, - тип билдәләне Азат Булат улы. - Хәрби бурысын үтәгәндә ул һәләк булды, һулышының аҙағына тиклем биргән антына тоғро ҡалған. Был награда ғаиләлә һаҡланһын. Беҙ үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - тине Азат Булат улы. Фото һәм текст сығанағы: Земфира Әхтәмова.