23 августа Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының эске сауҙаны үҫтереү департаменты директоры Никита Кузнецов һәм “Таврос” компаниялар төркөмө генераль директоры урынбаҫары Ринат Зәйнуллин “Таврос Агропарк” эре логистик үҙәген төҙөүгә тәүге таш һалыу тантанаһында ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың мартында “Инвестиция сәғәте”ндә комплекс төҙөү проекты хупланды. Төбәк етәксеһе инвесторҙарға емешле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтте һәм төҙөлөш эштәрен уңышлы тамамлауҙарын теләне. Буласаҡ “Таврос Агропарк” комплексы – 300 гектар майҙанда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, логистика һәм инженер инфраструктураһы булған махсуслаштырылған майҙансыҡ. Киләсәктә проект 1,5 мең яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Майҙансыҡты үҫтереүгә инвестицияларҙың потенциаль күләме – 25 миллиард һум. Тантанала ҡатнашыусылар агропарктың буласаҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм республика халҡына теләктәр яҙылған символик ваҡыт капсулаһын ташҡа һалды. Төҙөлөштө 2026 йылда тамамлау күҙаллана. Сығанаҡ: glavarb.ru