Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө ҡалаһында күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөлөшөнә тәүге таш һалыу тантанаһында ҡатнашты. Министрҙар Кабинеты башлығы билдәләүенсә, был - республика өсөн өҫтөнлөклө иҡтисади эшмәкәрлек йүнәлештәренә күмәртә һәм склад логистикаһы өлкәһен индергәндән һуң инвестиция комитеты ултырышында ҡаралған беренсе проект. Комплексты заманса сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттары буйынса төҙөү планлаштырыла. – Һис шикһеҙ, яңы объект Өфө иҡтисадына ла, бөтә төбәк өсөн дә ҡеүәтле драйвер буласаҡ. Тәү сиратта, был халыҡтың юғары сифатлы аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, продукцияны ҡулланыусыға минималь сығымдар менән еткереү өсөн шарттар булдырасаҡ, уны өҙлөкһөҙ тәьмин итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өҫтәмә 25 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Дүрт йыл эсендә дөйөм майҙаны 112 мең квадрат метрлыҡ өс ҡоролма сафҡа индереләсәк. Шул уҡ ваҡытта, беренсе сират төҙөлөшө тамамланғас, республика иҡтисадына 2 миллиард һумдан ашыу