Башҡортостандың “Технопром-2023” фәнни-технологик форумында ҡатнашыуының икенсе көнө Евразия фәнни-белем биреү үҙәге үҫеше векторын билдәләне. Башҡортостан – фәнни-технологик сараның генераль партнеры. Республика делегацияһы Новосибирск ҡалаһында үткән сарала әүҙем эш алып бара. “Беҙҙең алда сара сиктәрендә компетенциялар менән уртаҡлашыу бурысы ғына тормай, ә күршеләребеҙҙең үҫешен ҡарап, яңы тәжрибәләр алырға ниәтләнәбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. Башҡортостан стендында Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеттары һәм партнерҙарының алдынғы эшләнмәләре тәҡдим ителгән. Өфө нефть техник университеты форумда бер юлы ике стендта – Башҡортостанда һәм "Планетаның шыйыҡ углеводород запастарын рациональ үҙләштереү" донъя кимәлендәге ғилми үҙәгендә үҙенең ҡаҙаныштарын тәҡдим итә. Иң мөһиме – Технопром майҙаны юғары уҡыу йортона партнерҙар селтәрен киңәйтергә мөмкинлек биргән. Белем биреү учреждениеһы Новосибирск дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты