Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аса алмаҫ сереңмен, юя алмаҫ кереңмен...

Шиғырҙар бәйгеһенең киләһе ҡатнашыусыһы – Айзилә Мортаева! Мин – ҡатын-ҡыҙ... Күктән төшкән ярсыҡмын, Көмөш тулы янсыҡмын. Дөрләп янған усаҡмын, Наҙға сорнар ҡосаҡмын. Аллы-гөллө силәкмен, Ымһындырыр еләкмен. Һандыҡ тулы хазина, Иген тулы келәтмен. Юл яҡтыртыр сыраҡмын, Буйың етмәҫ йыраҡмын. Онотолмаҫ йырыңмын, Мәңге сыңлар сыңыңмын. Сихырлаған сихырың, Ҡанһығыңмын, теләкмен. Йомро ғына ҡоротмон, Йомро ғына беләкмен... Ҡыҙыл-көрән сәсәкмен, Баллы-татлы сәксәкмен. Көлдә бешкән көлсәмен, Йәнең үртәр бөрсәмен.. Баш әйләнер яҙыңмын, Татып туймаҫ наҙыңмын. Донъяң йәме - ҡотоңмон, Һурып туймаҫ һутыңмын. Зәм-зәм һыуы - шишмәмен, Йәшел генә йәшмәмен. Мин булғанда һин һәр саҡ Йәшәрерһең, йәшнәрһең! Аса алмаҫ сереңмен, Юя алмаҫ кереңмен. Гел ымһыныр тәнеңмен, Гел юҡһыныр йәнеңмен, Мин. Айзилә Рәмил ҡыҙы Мортаева Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып эшләгәндән һуң, бөгөнгө көндә “Башҡортостан ҡыҙы” редакцияһында хеҙмәт итә. Тормош иптәше Ришат менән Айгүзәл, Данияр, Шамил исемле балалар үҫтерәләр. Ижад емештәре республика баҫмаларында баҫылып тора. Белореттың талантлы ҡыҙы Айзилә Мортаеваға тауыш биререү өсөн: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917 Һәм тауыш бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c ???? Тауыш биреү 27 сентябрҙә 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ. ???? Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!