БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. “Бына ҡарағыҙ әле, Башҡорт дәүләт академия драма театры командаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә тәғәйенләнгән гранты аҡсаһына ниндәй ролик эшләгән. Ролик XV Бөтә Рәсәй «Донъяны танып белеүсе кеше» кинофестиваленең конкурс программаһына, ҡыҫҡа метражлы фильмдар категорияһына һайлап алынған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, проекттың авторы һәм етәксеһе Хөрмәтулла Үтәшев етәкселегендәге командаға кинофестивалдә уңыштар теләйек!” – тип яҙҙы Әминә Ивний ҡыҙы. Видеоролик Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында төшөрөлгән. Ролдәрҙә – ошо гимназия уҡыусылары һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева. Ижади эш бик фәһемле килеп сыҡҡан, уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Фото: видеонан скриншот. Видеоролик: vk.com/amina_shafikova