1 июлдән физик шәхестәргә һәм өҫтәмә хаҡҡа милек һалымдарын түләүгә һалым иҫкәрмәләрен, шулай уҡ бурысты түләү тураһындағы талаптарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алырға була. Был ике шартта мөмкин: Һалым түләүсе “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына идентификациялау һәм аутентификациялау берҙәм системаһында теркәлһә. Һалым түләүсе “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һалып органдарынан документтарҙы алыуға рөхсәт ебәрһә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан файҙаланыусы был документтарҙы онлайн түләү хоҡуғына эйә. Шул уҡ ваҡытта һалым буйынса иҫкәртмәләр һәм талаптар почта буйынса ҡабаттан ебәрелмәй. Һалым органдарынан документтарҙы алыуға рөхсәтте йүнәлтеү өсөн, алдан телефонда йәки планшетта ҡушымтаны күсереп, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының “Һалым иҫкәртмәләре” бүлегендә мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерергә, ризалыҡҡа электрон ҡултамға ҡуйырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәттәр өсөн телефон: 8 (800) 222-22-22 (Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнештәр үҙәге). Фото: nalog.gov.ru