Өфөлә тағы бер спорт үҙәге төҙөлә башланды. - Объект Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы төҙөлә. Нигеҙ плитәһен бетонлау менән бер рәттән, вертикаль монолит каркасын арматурлай башланылар, беренсе ҡат колонналары ла ҡуйыла. Эштәр планға ярашлы бара, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин. Әлеге ваҡытта төҙөлөш-монтажлау эштәренә ике монолитсылар бригадаһы – 25 тирәһе кеше – йәлеп ителгән. Тағы бер бригада ерҙе тигеҙләй. Төҙөүселәр тағы контроль-тикшереү пункты, ҡаҙанлыҡ һәм трансформатор станцияһына свай ҡаҡты. Был фехтование үҙәгендә республика һәм ил күләмендәге ярыштар үткәреләсәк. Спорт объектының дөйөм майҙаны 6500 квадрат метр тәшкил итәсәк, трибуналар 370-тән күберәк кешегә тәғәйенләнгән. Был спорт ҡоролмаһының төҙөлөүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: building.bashkortostan.ru