“Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты ярҙамында Тәтешле районы Аҡсәйет ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Аквагрим” оҫталыҡ дәресенең тура трансляцияһын ойошторҙо. Оҫталыҡ дәресен ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Юлиана Фәтхетдинова ойошторҙо. Балаларҙы мауыҡтырғыс формала илдең төп символдары, айырыуса Рәсәй флагы менән таныштырҙылар, дәүләт символының мөһимлеге, уның тарихы хаҡында һөйләнеләр. Аквагрим – ул биткә һыу нигеҙендә яһалған махсус гипоаллерген буяу менән рәсем яһау, уның менән еңел генә итеп һүрәт төшөрөргә һәм шулай уҡ еңел итеп йыуырға була. “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө – илдә иң “йәш” һәм мөһим дәүләт байрамдарының береһе. Акваргрим ярҙамында беҙ балаларҙың битендә Рәсәй флагы – аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл төҫтәрҙәге флагтар, йөрәк, өс төҫлө йондоҙсоҡтар төшөрә алдыҡ. Үҙҙәрен флаг төҫтәре менән биҙәргә теләүселәр күп булды. Ҡатнашыусылар ыңғай хис-тойғолар һәм яҡшы кәйеф алды”, – тине етәксе Рәфил Фәтхетдинов. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.