Найти тему

Августа юл картаһының 20 пунктын ғәмәлгә ашырыу ҡаралған

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студент кампусын төҙөү буйынса аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙе. Андрей Назаров ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре менән бергә кәңәшмәне беренсе сират төҙөлөшө һәм проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм юл картаһы менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүҙән башланы. Хөкүмәт Рәйесе авгусҡа юл картаһы буйынса бөтәһе 20 контроль пунктты ғәмәлгә ашырыу ҡаралғанын хәтергә төшөрҙө. Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кампус ҡаттары буйлап йөрөнө һәм төҙөлөш эштәре барышына ҡағылышлы тәҡдимдәр менән алмашты. Премьер-министр төҙөлөш-монтаж эштәрен ғәмәлгә ашырыу темпын кәметмәҫкә һәм объектта эшселәрҙең иҫәбен арттырыуҙы тәьмин итергә ҡушты. Артабан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төҙөлөш буйынса бурыстарҙы үтәү тураһында һөйләне. Проекттың беренсе сиратын реконструкциялау буйынса төҙөлөш эштәре барышы һәм төҙөлөштөң план-графигын тормошҡа ашырыу тураһында «Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сыңғыҙ Хәсәнов ентекле һөйләне. Төҙөлөштөң икенсе сираты хаҡында «Өфө - 450 йыл» проект офисы департаменты директоры Олег Байдин һөйләне. Кәңәшмәлә шулай уҡ дизайн-кодты һәм дизайн-проектты интерактив биҙәү проекты, «Һаҡлыҡ банкы»ның «Мәктәп-21» проектын башҡа төбәктәрҙә тормошҡа ашырыу тәжрибәһе һәм уны бойомға ашырыу буйынса тәҡдимдәргә бәйле мәсьәләләрҙе ентекле тикшерҙеләр. Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21610/