Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың Дәүләт академия капеллаһында билдәле башҡорт шағиры, Көньяҡ Уралда тыуып үҫкән Сәләм Ғәлимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Ҡатнаш режимда уҙған фекер алышыу майҙансығында Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев, Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто директоры Алексей Карлов, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) рәйесе Гөлназ Ибраһимова, шулай уҡ ғалимдар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмә барышында Ғәлимов Сәләм ерләнгән урынды эҙләү мәсьәләләре, Өфө һәм Санкт-Петербург архивтарында булған документтарҙан яңы мәғлүмәттәр ҡаралды. Спикерҙар шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Сосновка районында классиктың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса алып барылған эш хаҡында һөйләне. “Башҡортостан Республикаһ