Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҡъярҙа яңы мәктәп ишектәрен аса

Ниһайәт, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында заманса өр-яңы белем усағы ишектәрен асасаҡ. 1 сентябрҙә йөҙҙәрсә ҡыҙ һәм малай өр-яңы парталар артына ултыра, заманса йыһазландырылған белем усағына барасаҡ. Әле һуңғы төҙөлөш эштәре бара. Яңы мәктәптең эш барышын район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов даими контролдә тота - үҙе лә йыш ҡына урынға барып күҙәтә. "Аҡъярҙағы өр-яңы 3-сө мәктәптең сафҡа инеренә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һуңғы көндәрҙә бында төҙөлөш эштәре тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Подрядсы ойошма эшселәре мәктәп яны биләмәһен төҙөкләндереү менән булыша. Дөйөм майҙаны 17,3 мең квадрат метр тәшкил иткән мәктәпте сафҡа индереүгә бөтә район халҡы ҙур ярҙам күрһәтә. Ата-әсәләр, төрлө учреждение, ойошмалар көндә тиерлек өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Тау сәнәғәте предприятиелары ярҙам күрһәтә. Белем көнөн балалар яңы мәктәптә ҡаршылаһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ", - тип яҙған Рөстәм Шәрипов. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.