Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ике аҙналыҡ ялға ҡайтарыла. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы хакимиәтендә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан "Абдулла" позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. Был хаҡта район башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. "Махсус хәрби операция зонаһында беҙҙең егеттәр - ысын геройҙар, улар Тыуған ил өсөн генә түгел, һәр беребеҙ өсөн дә көрәшә."Абдулла" исемле яугир ғаилә ҡосағында ял итә, көс йыя. Хәрби хәрәкәттәр башланғандан алып махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын башҡара ул. Үҙенең батырлығы һәм антҡа тоғролоғо, хәрби хеҙмәте өсөн ул миҙалдар менән бүләкләнә.Әңгәмәлә яҡташыбыҙ көнкүреш шарттары, махсус операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне.Беҙ бер ҡасан да яугирҙәребеҙгә иң изге теләктәрҙе ҡабатлауҙан туҡтамайбыҙ: иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!" -тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы. Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән