Найти тему
Башҡортостан гәзите

Инсебикә ҡаяһына ла артылдылар

Бөрйән районында Волга буйы федераль округының IV Йәштәр граждандар форумы башланды. 22-25 августа үтәсәк Йәштәр йыйынында бик күп файҙалы һәм ғилем туплау платформалары эше ҡаралған. Шулай уҡ республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған йәштәр кисәге көндө бик уңышлы үткәрҙе лә инде. Рәсәй байрағы көнөн билдәләү өсөн улар республикала билдәле, легендар Инсебикә ҡаяһына артылып флешмоб үткәрҙе. Алыҫтан килеп, көн төнгә ауышыуға ҡарамаҫтан, йәштәр был көндө бик әүҙем тамамланы. Танышыу өсөн уйындар уйнағандан һуң, гранттар буйынса беренсе танышыу сессияһында ҡатнашып, форумдың тәүге көнөн тамамланылар. Ә ҡырыҫ тәбиғәтле Бөрйәндең һауа торошо төнгөлөккә уларға ниндәй һынау әҙерләгәнен бер кем дә белмәй ине әле... Фотолар һәм видео: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.