Кешеләр ҙә ағастарға оҡшаш... Кешеләр ҙә ағастарға оҡшаш: Бар имәне, ҡайын, бар саған... Һәр беренә рәхмәт әйткем килә, Кемдәр минең юлда осраған. Имән кеүек көслө рухлылар бар... Сыҙамлыҡҡа улар өйрәтте. Ҡайын кеүек хисле күңеллеләр Алсаҡлыҡҡа юлдар күрһәтте. Алтын төҫө саған япрағының Алтынлата, гүйә, аҡылды. Эшсән уҫаҡ ағасынан күсә Хеҙмәт һөйөү, оло таһыллыҡ. Эсе серек булған ағастар ҙа Лайыҡтыр, тим, минең рәхмәткә. Эйе, рәхмәт... Рухым нығына бит Ҡаршы тороп мәкер-зәхмәткә. Бәғзеләре, арҡырылай ятып, Юлдарыма юрый ауҙылар. Көнсөл тойғоларҙа ҡара янып, Бары тиреҫ булып ҡалдылар. Урмандарҙан уҙып барған саҡта Һәр бер ағас миңә ҡәҙерле. Саф күңелле әгәр булһа кеше - Ихласлыҡҡа мин дә әҙермен! Аҫыл ағастарҙы үрнәк итеп Мин дә бер мәл тамыр йәйермен! Әнүзә Рәис ҡыҙы Ғиззәтуллина (Ниғмәтуллина) Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Иҫке Монасип урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хоҡуҡ һәм тарих инстит