Айбулат Сәсәнбаев, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, радиожурналист. Өфө ҡалаһында тыуған. Ике китап, теле-радиотапшырыуҙар, концерттар өсөн сценарийҙар авторы. 2018 йылдан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында эшләй. *** Йыһанға юл ябып болоттар тартыла. Хыялдар, өмөттәр оло таш аҫтында. Сәғәттә - эстафета, һоролоҡ байрамы. Бәхеткә хоҡуҡлы тик һандар аймағы... Бәләкәй кирбестән ҙур йорттар һалына, Бәләкәй хәрефтән шиғырҙар яҙыла, Бәләкәй кешенән дәүләттәр яһала, Бәләкәй кешегә киңлектәр ябыла. Мин - тешле тәгәрмәс, Урыным билдәле. Тормошом - көләмәс, Тик көлмә һин, йәме! Бәләкәй тәҙрәмдә сикһеҙ күк, мәңгелек. Бәләкәй кәүҙәмдә яҡты нур, изгелек. Бәләкәй орлоҡтан ололоҡ ярала, Бәләкәй аҙымдан даръялар яулана. Ваҡланмаһын хистәр бәләкәй һөйөүҙән, Исемдәр булмаһын бәләкәй хәрефтән. Диңгеҙҙе яңырта бәләкәй шишмәләр, Беҙҙең саф шишмәләр кипмәһен, кешеләр. Өфө егете Айбулат Сәсәнбаевҡа тауыш биререү өсөн: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917 Һәм тауыш бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Тауыш биреү 27 сентябрҙә 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ. Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!