Найти тему
Башҡортостан гәзите

Биш пенсионер реанимацияға эләккән...

Пенсия йәшендәге биш кеше бәшмәк ашап реанимацияға эләккән, тип хәбәр иткән "БашкирияOnline" яңылыҡтар порталы. Хәл былай булған: 60-тан 85 йәшкә тиклемге бер төркөм оло кешеләр, туғандарының 75 йәшен билдәләргә тип, Салауат районына ҡунаҡҡа килгәндәр. Улар бергәләп урманға бәшмәк йыйырға сыҡҡан, артабан бешереп һыйланғандар ҙа. Тик табын күңелһеҙ тамамланған шул – биш оло кеше бәшмәк ашағандан һуң үҙен насар тойған. Уларҙы Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар һәм унда инде бәшмәктән ағыуланғандары асыҡланған. "Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, танымаған бәшмәктәрҙе йыймаҫҡа кәрәк, шулай уҡ ҡыр хайуандары тешләгән китек-митектәрҙе йыйыу ҙа хәүефле, уларҙы ашау туляремия сиренә алып килеүе ихтимал. Симптомдары: тән температураһы күтәрелә, баш ауырта, хәлһеҙлек, лимфалар ялҡынһына. Бәшмәк ашағандан һуң үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк. Табиптар килгәнсе активлаштырылған күмер, сорбент составлы дарыуҙар эсеп, ятып торорға кәңәш итә табиптар. Ғөмүмән, бәшмәк менән һаҡ булырға кәңәш ителә.