Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Аллаһ беҙҙең яҡта, барыһы ла яҡшы буласаҡ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән республика руханиҙарының көсө һәм ышанысына ғорурланыуы һәм улар алдында башын эйеүе тураһында белдерҙе. Нисек һуң ул – фронтта изге бурысты үтәү? Был турала "Вести.Интервью" программаһында полк имамы Хәмзә хәҙрәт һөйләне. Был әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. – Башҡортостанда йыш булмайһығыҙ, һәр саҡ махсус хәрби операция биләмәһендә, алғы һыҙыҡтаһығыҙ. Нисек Һеҙгә, ҡурҡыныс, хәүефле түгелме? – Инде йылдан ашыу рухи туғаным Виктор атаҡай менән махсус хәрби операция биләмәһендәбеҙ. Бергәләп фронт линияһы буйлап йөрөйбөҙ, бергә эшләйбеҙ, бер машинала йөрөйбөҙ, бер урында – йә вагончикта, йә блиндажда ҡунабыҙ. Доғалар уҡыйбыҙ, яугирҙәргә рухи, әхлаҡи, психологик ярҙам күрһәтәбеҙ. Беҙҙең ҡоралыбыҙ – изге китап, мосолмандарҙа ул – Ҡөрьән, христиандарҙа - Библия. Улар ярҙамында егеттәребеҙ аңына Аллаһтың һүҙҙәрен еткерергә, яугирҙәр ҡурҡмаһын тип тырышабыҙ. Кеше менән нимә генә булһа ла, барыһы ла тик Аллаһтың ҡушыуы буйынса. – Ике конфессия вәкилдәре араһында ҡапма-ҡаршылыҡ юҡмы? – Әлбиттә, юҡ. Беҙ ундай ниәт менән барманыҡ, дин өсөн низағ сығарып ултырмайбыҙ. Аллаһ бер, ни бары төрлө диндә төрлө исем менән йөрөтөлә. Ышанған кешегә был донъяла барған бар ғәмәлдәр аңлайышлы һәм үҙенең мәғәнәһенә эйә. Мәҫәлән, үлем – һәр кешенең үҙ яҙмышы. Аллаһы Тәғәләгә, уның фәрештәләренә, уның пәйғәмбәрҙәренә, изге китапҡа ышанған кеше яҙмышҡа ла ышана. Яҙмыш – Аллаһтан, һәм үлгәндән һуң уның яңынан терелеүе – ул хәҡиҡәт. Кеше үҙенә әҙерләнгән яҙмышты ҡабул итергә тейеш. Кемдер махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китте, кемдер мобилизацияға эләкте. Тик уларҙың барыһы ла яҙмышына буйһондо. Юҡ икән, улар сит илдәргә ҡасып бөттө. Аллаһы Тәғәлә бер кемгә лә көсө етмәгән һынауҙы бирмәй. Һин һынау аша үтәһең икән, тимәк, көсөң етә. – “Мин ҡурҡам”, “Ҡайтҡым килә” тиһәләр ни эшләргә? Ундай кешеләр ҙә барҙыр бит? – Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған кеше булмайҙыр. Алғы һыҙыҡта ла ҡурҡҡан кешеләр бар. Тик улар үҙҙәре өсөн түгел, ә үлеп ҡалһалар, ғаиләләрен ҡалдырыуҙан ҡурҡа. Эйе, улар күберәге туғандары, әсәләре, ҡатындары, балалары өсөн борсола. Был осраҡта беҙ доға ҡылабыҙ, Аллаһтан ярҙам һорайбыҙ. Виктор атаҡай псалмалар уҡый, ә мин - намаҙ. Һәм, беләһегеҙме, был ярҙам итә. Беҙ яугирҙәргә һәр саҡ әйтәбеҙ: тап ошонда, хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә Хоҙайға мөмкин тиклем яҡынайыр кәрәк. Ул ғүмер биргән, һәм уны ул аласаҡ та. Тик ул ярҙам итәсәк, тере ҡалдыра һәм тыуған яғыңа ҡайтыра. Һәм был эшләй. Былтыр яралы яҡташ яугир менән осраштым. Ул ҡаты яраланып госпиталдә ята, бик ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән ине. Байтаҡ ҡына һөйләштек, Аллаһтан ярҙам һора, тинем. Ә күптән түгел районда һабантуйҙа күреп ҡалдым. Ҡатыны менән икәүләп намаҙға баҫҡандар, бик ҡыуанып донъя көтәләр, тере ҡалдым, тормош дауам итә, тине. – Аллаһҡа ышанған кешеләр ҙә һуғыш барған ерҙә ҡурҡалыр? – Беҙ ҙә ҡурҡабыҙ. Мәҫәлән, былтыр Кахов ГЭС-ы аша үтеп барған саҡта ҡурҡыныс булды. Дөм ҡараңғыла, фарҙарҙы тоҡандырмай, бомбежка аҫтында ике километр юл үтергә кәрәк ине. Юҡ, ут та ҡурҡытманы, ә тейешле батальонға барып етә алмаһам, тейешле доғаларҙы уҡымаһам ҡурҡыныс булыр ине. Бер тапҡыр Херсон өлкәһендә Виктор атаҡай менән ут аҫтында ҡалдыҡ һәм хәүефте яндағы соҡорҙа үткәрергә тура килде. Бронежилет менән каскала булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Виктор атаҡайға ярсыҡ тейеп, ул әҙерәк яраланды. Ул саҡта был беҙҙең беренсе ошондай “тәжрибә” ине. Хәҙер беҙ позицияларҙы аңлайбыҙ, ҡасан беҙҙең, ә ҡасан дошмандың артиллерияһы эшләгәнен, кемдең коптеры осоп килгәнен белеп торабыҙ. Шул беренсе тапҡырҙағы кеүек ҡурҡыныс түгел хәҙер. Беҙ һәр ваҡыт Аллаһтан ярҙам һорайбыҙ, үҙебеҙ өсөн дә, егеттәр өсөн дә. – Барыһын да ҡалдырып, тыныс тормошҡа ҡайтып китке килмәнеме? – Минән ошо турала йыш һорайҙар. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы ла һорағаны бар, арыманығыҙмы, алмаштырырға кәрәкмәйме, ти. Кеше арый, шунан ял итә лә яңы көстәр менән эшенә тотона. Мин дә шулай. Махсус хәрби операция тамамланғансы хәрбиҙәр янында булырға теләйем. – Махсус хәрби операция биләмәһендә имам булып хеҙмәт иткән руханиҙар тағы бармы? – Эйе, бар. Мобилизацияланғандар араһында ла осрай, улар үҙ полктарында, батальондарында имам булып хеҙмәт итә. Тик шунан китә алмайҙар. Ә беҙ Виктор атаҡай менән махсус хәрби операцияның бар биләмәһе буйынса йөрөй алабыҙ, сикләүҙәр юҡ. Беҙ Хөкүмәттең вице-премьеры, әлеге ваҡытта үҙе лә МХО-ла хеҙмәт иткән Азат Бадрановҡа туранан-тура буйһонабыҙ. Радий Хәбиров беҙгә шәхси машина бирҙе, һаҡсылар бар. – Беҙҙең республика Башлығы махсус хәрби операция биләмәһендә йыш була... – Эйе, Радий Фәрит улы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына шәхсән ярҙам итә. Ул был турала даими һөйләй. Һөйләп кенә ҡалмай, үҙе хәрби операция барған урынға килә. Башҡа төбәк етәкселәре уның тиклем йөрөмәй. Квартал һайын булып тора. Сираттағы яугирҙәр менән полкты оҙатҡан саҡта ғаиләләренә ярҙам итергә вәғәҙә бирә һәм һүҙендә тора. Ул яуҙар барған ергә барып үҙенең ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуя. Әгәр дошмандың разведкаһы Башлыҡтың шул көндө шул урында буласағын белеп ҡалһа, уны төп сәптәре итеүҙәре бар. Тик Радий Фәрит улының унда килеүе хәрбиҙәр өсөн бик мөһим. Ул бит ябай ғына бер миҙалды, орден йәки грамота, исемле бүләген тапшырам тип килгәндә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ә егеттәргә рухи ярҙам ҡәҙерлерәк. Улар Башлыҡҡа мөрәжәғәт итеп, тыуған яғындағы проблемаларын хәл итеп ҡала. Был эште Азат Бадранов та бик яҡшы башҡара. – Һеҙ үҙегеҙ ҙә хәрбиҙәрҙең шәхси проблемаларын хәл итәһегеҙ тип беләбеҙ. – Төрлөсә була шул. Доставалов батальонында хеҙмәт иткән бер Хәйбулла районы яугире мөрәжәғәт итте. Уның улы өйләнә, ә үҙен ялға ҡайтармайҙар тине. Бергәләп батальон командиры менән һөйләштек, ул ялға ҡайтарырға тыйыу булһа ла хәленә инде һәм рөхсәт бирҙе. Һөҙөмтәлә, беҙ уның менән бер осорҙа Башҡортостанда булдыҡ һәм балаларына үҙем никах уҡыным. – Алыш алдынан һаҡланыр өсөн махсус доғалар бармы? – Мосолман-яугирҙәргә доғалар менән китапсыҡтар таратып сыҡтыҡ. Ибраһим пәйғәмбәр доғаһын уҡырға кәңәш итер инем, ул ҡыҫҡа ғына һәм барыһы ла Аллаһ ҡулында тигән мәғәнәлә. Яугирҙәрҙең туғандары ла уларҙы доғаларынан, изге теләктәренән ҡалдырмаһын ине. Ғәрәпсә уҡыу ҙа мотлаҡ түгел, иң мөһиме - ысын күңелдән яҡыныңа һаулыҡ, именлек теләү. Бар илебеҙ менән изге теләктә булайыҡ, күберәк кеше теләһә, тиҙерәк барып етә. Аллаһ беҙҙең яҡта, барыһы ла яҡшы буласаҡ.