Чебоксар ҡалаһында “Сигелгән Рәсәй” Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Унда илдең 70 төбәгенән ҡул эштәре оҫталары, этнографтар, рәссамдар тыуған яҡтарының ҡулдан сигелгән карталарын күрһәтте. Башҡортостан картаһы менән уның барлыҡҡа килеүенә айырыуса өлөш индергән милли кейем оҫтаһы, “Тамға” конкурстарының лауреаты Ғәбиҙә Вәлиева һәм республика проектының кураторы, Халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Хәсәнова таныштырҙы. Фестивалдән Башҡортостан вәкилдәре Рәсәй Сыуаштар ассоциацияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Башҡортостандың сигелгән картаһы” проекты Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, республика райондары һәм ҡул эштәре оҫталары тарафынан республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылғайны. 1,5х2 үлсәмле туҡымаға эшләнгән картала тыуған төйәгебеҙҙең 54 районы һынландырылған, уларҙың сиктәре ике рәткә ҡайып (тамбурлап) сигелгән. Башҡортостан төбәктәрен 28 оҫтабикә сиккән, иң күбен – 26 райондың һүрәтен бер оҫта – Ғәбиҙә апай Вәли