Нуриман районының Яңы Күл ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залында Рәсәй Федерацияһының һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) ижад кисәһе үткән. Уны район ветерандар советы (рәйес Долорес Хамматова) менән Яңы Күл ауыл моделле китапханаһы (баш китапханасы Гөлсирә Бикбаева) ойошторған. Күренекле башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы һәм юморисы менән осрашыуға хеҙмәт ветерандары, Мар. Сәлим ижадын һөйөүселәр килгән. Яҙыусы үҙенең бала сағы, ижади юлы һәм сатирик журналдағы эше тураһында һөйләгән, юмористик һәм патриотик шиғырҙарын уҡыған. Кисәлә ҡатнашыусыларға һәм китапханаға Марсель Шәйнур улы “Һәнәк” журналының яңы һандарын, автографлы китаптарын һәм видеодискылар бүләк иткән. “Гөлнәзирә” фольклор коллективының сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килгән. Иҫтәлекле кисәне ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар башҡорт халҡының данлыҡлы улы, Яңы Күл ауылында тыуған революционер һәм граждандар һуғышы геройы Баһау Нуримановтың һәйкәленә сәскәләр һалған. Элина ХАТАНЗЕЙСКАЯ фотолары.