Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты

Бөрйән районында “Йәштәр йыйыны-2023” Волга буйы федераль округының IV Йәштәр граждан форумы ҡатнашыусылары Флаг көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөн байрам итеү сиктәрендә “Триколор” таҫмаларын таратыу патриотик акцияһы ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусыларға шулай уҡ Рәсәй триколоры стилендә аквагрим эшләтеү, хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хат яҙыу һәм, флаг тотоп, Инсебикә ҡаяһына менеү мөмкинлеге булды. Кис улар берҙәмлек һәм татыулыҡты белдергән ҡул бирешеү символын күрһәтеп, #Встанем акцияһында ҡатнашты. Белешмә: “Йәштәр йыйыны-2023” 22-25 августа Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында палаталар лагеры форматында үтә. Унда 18 - 35 йәшлек 1000-дән ашыу йәш кеше ҡатнаша. Улар - Волга буйы федераль округы төбәктәренән килгән егет-ҡыҙҙар, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазанда уҡыған Башҡортостан студенттары, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте ойошмалары һәм учреждениелары вәкилдәре.