Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был – һинең һайлаған яҙмышың...

Рита Фәтҡуллина Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын, БДУ аспирантураһын тамамлаған. Әлеге көндә - Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы доценты. Филология фәндәре кандидаты. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡырмыҫҡа иләүе Ҡырмыҫҡа иләүе – был тормош, Ҡырмыҫҡа иләүе – замана. Үҙеңдән ҙурыраҡ йөк һөйрә, Дауылдан ялтана-ялтана. Был – һинең һайлаған яҙмышың, Һайлаған ҡырмыҫҡа һуҡмағы. Арҡаңды бөкрәйткән аҙыҡтың Эләгәме һиңә мыҫҡалы? Юҡ яҙмыш мыҫҡылы, барыһы – Иләүҙең ҡануны буйынса. Ҡулыңдан килһә һуң – бул батша, Һис юғы – һаҡлаусы ҡырмыҫҡа. Юғары ҡатламын иләүҙең, Ышыҡта торорһоң йән һаҡлап, “Эшсе”ләр йүгерер яныңда Һин ашар бөжәкте ҡосаҡлап. Ҡырмыҫҡа иләүе – йәмғиәт, Батшалар. Һаҡсылар. Һәм ҡолдар... Ҡатламдар араһын айырған Баш баҫып йүгергән тар юлдар. Ишембайҙың аҫыл ҡыҙы Рита Фәтҡуллина өсөн бында тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917 Һәм тауыш бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c ???? Тауыш биреү 27 августа 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ. ???? Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!