Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәйге фотоһүрәттәр акцияһында ҡатнашығыҙ

Башҡортостан уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн - «Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы 2023 йылдың 21-25 авгусында «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үтә.Быйыл йәй ниндәй мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуығыҙ хаҡында һөйләгеҙ һәм күрһәтегеҙ.Акцияла ҡатнашыу өсөн:- быйыл йәй театрҙа, музейҙа, күргәҙмәлә, концертта төшкән фотоһүрәтегеҙҙе Бәйләнештә социаль селтәрендәге шәхси битегеҙгә йәки мәҙәниәт учреждениеһы сәхифәһенә ҡуйығыҙ;– тәьҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ;– үҙегеҙҙең төбәкте, фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе күрһәтегеҙ;– #фотолетокдш хештегын ҡуйығыҙ.Илдең билдәле фото оҫталарынан торған комиссия иң яҡшы 30 эште һайлап аласаҡ. Улар дөйөм видеороликка индерелә, шулай уҡ культурадляшкольников.рф https://vk.cc/ccrXnr порталында баҫтырыласаҡ. Фото: М. Мөхәмәтйәрова.