Стәрлебаш районында ирекмәндәр штабы хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә. Район халҡы хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм мобилизацияланған граждандар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. "Стб-актив" йәштәр үҙәге район хакимиәте ирекмәндәре менән берлектә оло йәштәге әсәнең йәйге аш-һыу бүлмәһен аҡлауҙа ярҙам күрһәткән. Ике улы ла махсус хәрби операция биләмәһендә булған әсәнең ярҙам итергә кешеһе юҡ. Оператив рәүештә буяуҙар, бирсәткәләр һатып алалар. Финанс ярҙамды Буҙат ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Ләйсән Ғибәҙуллина һәм Илмира Фәйрүзова күрһәткән. Ирекмәндәр стеналарҙы буяған, шулай уҡ панелдәрҙең төҫөн алкид буяуҙары менән яңыртҡандар. Яугирҙәр әсәһенә М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабынан "ярҙам ҡумтаһы" тапшырғандар. Шулай итеп, оло йәштәге кешегә иғтибар бүлгәндәр. Эльвира Хәмиҙуллинаның битләүенән.