2023 йылда йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға грант ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһен Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында тикшерҙеләр. - 2023 йылда йәш эшҡыуарҙарға һәм социаль предприятиеларға субсидияларға федераль бюджеттан - 205,2 миллион һум, төбәк бюджетынан 4,2 миллион һум бүленгән. Төбәккә йәлеп ителгән федераль средстволар күләме буйынса республика Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе урын яуланы. Йәштәр эшҡыуарлығы буйынса гранттар биреүгә конкурс үтте лә инде. 262 йәш эшҡыуар 127,6 миллион һумлыҡ ярҙам алды, - тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров. Премьер-министр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына 420 йәш һәм социаль эшҡыуарға грант ярҙамын күрһәтеүҙе тәьмин итергә, шулай уҡ быйыл финанс ярҙамы алған яңы эш башлаған эшҡыуарҙар һаны буйынса Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы билдәләгән күрһәткескә өлгәшеүҙе тәьмин итергә ҡушты. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21607/