Бөгөн илебеҙҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотлау юллай. “Беҙҙә аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл байраҡҡа айырым мөнәсәбәт – ул Бөйөк Петр тарафынан раҫланған рәсми дәүләт флагыбыҙ. Өс төҫлө әләм 1991 йылдың 22 авгусында илебеҙ өҫтөндә яңынан күтәрелде. Был флаг менән бик күп ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы еңеп сыҡтыҡ, әммә, асылда, илебеҙ суверенитетын тергеҙҙек. Рәсәй – мең йыллыҡ ил һәм цивилизация. Беҙҙең дәүләт флагы – ул берҙәмлек символы. Дәүләт флагы беҙҙе һәр саҡ алға, еңеүгә тиклем әйҙәр, Рәсәйҙең данын раҫлар тип ышанам”, – тип билдәләне Президент ҡотлау һүҙендә. Рәсәй флагы – үҙеңдең бөйөк илгә, уның тарихына, йәшәгән, эшләгән, Рәсәй өсөн көрәшкән героик шәхестәргә ҡағылышыңды аңлау. Рәсәй флагын хөрмәт итергә һәм яратырға, уның менән теләһә ниндәй йәштә, һәр төрлө тормош шарттарында ғорурланырға кәрәк. Дәүләт флагы көнөнә Рәсәй Армияһының Үҙәк йорто артистары “Һинең илең” тип аталған яңы йыр яҙҙырған. Уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Видео: Оборона министрлығы.