Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мошенниктар министрға ла барып еткән!

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең Телеграм-каналында республикала йәшәүселәргә мутлашыусылар тураһында хәбәр иткән. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, заман “остап бендерҙары” Telegram социаль селтәрендә министр исеменән аккаунт булдырған һәм хәбәрҙәр ебәргән. Айрат Рәхмәтуллин барлыҡ халыҡты һаҡ булырға һәм бер кемгә лә банк картаһы номерҙарын, пин-кодты хәбәр итмәҫкә, мутлыҡ ҡылыусылар менән яҙышмаҫҡа һәм таныш булмаған телефон һандарына блок ҡуйырға саҡырған. Министр үҙенең берҙән-бер Телеграм-каналы булыуы хаҡында яҙған. Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.