Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проектында ҡаралған 500 мең һумға тиклем грантҡа дәғүә итә ала. Конкурсҡа документтар ҡабул итеү 24 августа Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында старт ала һәм 18 сентябргә тиклем дауам итә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: конкурста еңеүселәр грант алғандан һуң өс йыл дауамында социаль эшмәкәрлеген дауам итергә һәм социаль предприятие статусын раҫларға тейеш. Алынған аҡсаны улар төрлө маҡсатҡа йүнәлтә ала: бинаны ҡуртымға алыу һәм ремонтлау, оргтехника һәм ҡорамалдар һатып алыу, сеймал, медицина техникаһы өсөн комплектлаусы ПБ-лар һатып алыу, шулай уҡ лизинг түләүҙәре, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, транспорт сараларын ҡайтанан йыһазландырыу һәм башҡалар. Конкурсҡа документтар Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 9 адресы буйынса БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында ҡабул ителә. 2023 йылда йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға грант ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһен Пре